Йәмле йәй алыҫта ҡалһа ла, кәйефегеҙ төшмәһен, матур мәлдәрҙе иҫкә алып, бүлмәгеҙҙә гөлдәр үҫтерегеҙ. Улар матур булыу өҫтөнә файҙалы ла, хатта ғаиләгеҙгә уңыш килтереүе лә ихтимал. Күп быуындарҙың тәжрибәһе йорттарға бәхет, гармония, татыулыҡ һәм тыныс мөхит килтереүсе үҫемлектәрҙе асыҡларға ярҙам иткән.
Шул һоҡланғыс гөлдәрҙең береһе – яран. Был гөлдөң сәскәләре аҡ, ал, сағыу ҡыҙыл төҫтә була. Халыҡ фараздары буйынса, ул үҙенә һөйөү тойғоларын тартырға, мөнәсәбәттәрҙе нығытырға һәләтле. Йоҡо бүлмәһенә сағыу ҡыҙыл, ҡыҙҙар бүлмәһенә – алһыу, аҡ йәки сирен төҫлөләрен ҡуйыу урынлы. Фэн-шуй раҫлауынса, бәхетле парҙарҙың мөхәббәтен һаҡлау өсөн гөл һауыттары парлы булырға тейеш.
Красула үҫемлеген йыш ҡына “аҡса” ағасы тип йөрөтәләр. Һис тә юҡҡа түгел. Фараздарға ҡарағанда, был ябай ғына, йоморо ҡалын япраҡлы үҫемлек финанс тотороҡлоғон һаҡлай. Хатта ҡайһы берәүҙәр үҫемлек менән бергә бер нисә тинлекте лә тупраҡҡа күмеп ҡуя. Дөрөҫтөрмө-юҡтырмы, әммә был ысул эшләй, тиҙәр...
Антуриумды “ир бәхете” тип тә атайҙар. Гөл ир-ат өсөн талисман, бетеү булараҡ уларға тормошта үҙ урындарын, бәхеттәрен табырға ярҙам итә. Антуриум мул тормош һәм яҡшы энергияны үҙенә тарта, яңғыҙаҡтарға парҙарын табырға булыша. Был гөлдөң “ҡатын-ҡыҙ бәхете” тип йөрөтөлгәне лә бар. Ул гүзәл затты төрлө күңелһеҙлектәрҙән һаҡлаусы көслө бетеү, тиҙәр. Гөлдө тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙ ирекһеҙҙән үҙе лә иң яҡшы сифаттарҙы үҫтерәсәк, тирә-йүнгә нур сәсеп торасаҡ. Өйөгөҙҙө бәхет ташламаһын өсөн матур гөлдәр үҫтерегеҙ! Һәр хәлдә, улар донъяғыҙҙы йәмләп, кәйефегеҙҙе күтәрер, йоҡомһораған хис-тойғоларығыҙҙы уятыр.
Динә АРЫҪЛАНОВА