Йәмғиәт
13 Ғинуар 2023, 09:07

Бәхил булығыҙ, Мортаза Ғөбәйҙулла улы

Башҡортостандың тәүге Президенты вафат булды...

11 ғинуар төнгә ҡарай бик ауыр яңылыҡ билдәле булды. Башҡортостандың беренсе Президенты, республи­кабыҙҙың һәм Рәсәйҙең ысын патриоты, хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов оҙайлы ваҡыт сирләгәндән һуң яҡты донъянан китеп барҙы. Уға 88 йәш ине.

Был ҡайғы тураһында Башҡорт­остан Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.

“Мортаза Ғөбәйҙулла улы вафат булды. Беҙ ғүмерен республикаға һәм Рәсәйгә хеҙмәт итеүгә бағышлаған башҡорт халҡының бөйөк улы алдында баш эйәбеҙ. Бәхил булығыҙ, хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улы”, тип яҙҙы ул социаль селтәрҙәрҙә.

 

“Рәхимов дәүере”

 

Мортаза Ғөбәйҙулла улы власҡа үтә ҡатмарлы, ҡапма-ҡаршылыҡлы 90-сы йылдарҙа килә. Советтар Союзы тарҡалып, яңы Рәсәй нин­дәй юлды һайларға белмәгән ауыр осорҙа ул илебеҙҙең иң ҙур төбәк­тәренең береһе өсөн яуаплылыҡ ала. Һәм үҙенең төп маҡсатын республика кешеләренең тормошон яҡшыртыуҙа, Башҡортостанды илдең алдынғы төбәктәренең береһе итеүҙә күрә. Янына көслө команда туплай, һәм эҙмә-эҙлекле эш башлана. Был йылдарҙа бөтә өлкәләрҙә лә әүҙем эш ҡайнай. Иҡтисад, сәнәғәт, ауыл хужалығы үҫешә, социаль объекттар һәм торлаҡ йорттар төҙөлә. Мәҙәниәт, мәғариф, спорт тармаҡтары гөрләп тора.

Мортаза Ғөбәйҙулла улы төҙөр­гә, яңыны булдырырға әүәҫ ине. Уның осоронда ҙур ҡалалар ҙа, район үҙәктәре һәм ябай ғына ауылдар ҙа үҫеште. Шикһеҙ, ҙур иғтибар баш ҡалаға бирелде. Уның ныҡышмаллығы менән булды­рылған объекттар бөгөн халыҡҡа хеҙмәт итә һәм күптәрҙең яратҡан урындарына әүерелде. Конгресс-холл, “Өфө-Арена” боҙ һарайы, “Аҡбуҙат” ипподромы, “Нур” драма театры, Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы, “Өфө” аэропор­тының яңы бинаһы, “Уралсиб” бинаһы, тиҫтәләрсә сауҙа, мәҙәниәт үҙәктәре, социаль объекттар...

Төҙөлгән, йүнәтелгән юлдар һәм күперҙәрҙе һанап бөтөрлөк тә түгел. Күрше өлкәләр халҡы был йәһәттән һәр ваҡытта Башҡортостанға көнләшеп йәшәне. Иң төҙөк юлдар беҙҙә булды! Өфөләр иһә Салауат Юлаев проспекты өсөн әле һаман уға рәхмәтле, баш ҡаланы ҙур тығын­дарҙан ҡотҡарған бик кәрәкле һәм ныҡлы уйланылған мөһим проект ине бит ул.

­­­Мортаза Рәхимовҡа бөгөн Өфө ҡалаһы тирәләй ауылдарҙа йәшә­гәндәр ҙә мең рәхмәтле. Тап уның тырышлығы менән ҡыҫҡа ваҡыт эсендә баш ҡаланан алыҫ түгел бер нисә ҙур ауыл ҡалҡып сыҡты. Айырыуса Шамонин ауылын ысын мәғәнәһендә “Рәхимовтың ауылы” тип әйтергә була. Бында өр-яңы матур йорттар төҙөлдө, мәктәп, балалар баҡсалары асылды, юлдар һалынды. Ҡасандыр баш ҡалала тығында йәшәгән башҡорт интеллигенцияһы әле унда рәхәтләнеп донъя көтә, балалар үҫтерә.

Мортаза Ғөбәйҙулла улы етәк­селек иткән осорҙа Башҡорт­останда 1000-ләп мәктәп төҙөлдө! Был тиклемде бар Рәсәй биш йыл эсендә саҡ төҙөй алды. Һәр район үҙәгендә тиерлек физкультура-һауыҡтырыу үҙәктәре, яңы дауаханалар, бассейндар бар. Ауылдарға газ һәм телефон үткәреүгә айырыуса ҙур иғтибар бирелде. Ул саҡтарҙа булдырылған бихисап колхоз-совхоздар бөгөн ауыл хужалығы предприятиеларында дауам тапҡан.

Тәүге Президенттың тап кешеләр өсөн башҡарған эштәрен иҫәпләп бөтөү мөмкин түгел. Мәҫәлән, халыҡтың һаулығын һаҡлау, күп балалы ғаиләләр һәм ветерандарға ярҙам итеү буйынса маҡсатлы эштәр даими алып барылды. Тап Башҡортостанда СССР тар­ҡалғандан һуң “Әсәлек даны” миҙалы булдырылды. Дәүләттең ундай ярҙамы булғас, кешеләр бала табырға ҡурҡманы. Бөгөн рес­публиканың һәр ауылында тиерлек ғорур рәүештә был миҙалды йөрөткән әсәләр бихисап.

Уның республика шифаханаларын үҫтереүгә күп көс һалыуын да онотмайыҡ: “Янғантау”, “Красноусол”, “Асы”, “Йәшел сауҡалыҡ”, “Йоматау” һәм башҡалар. Унда ял итер, һаулыҡтарын нығытыр өсөн бар илдән киләләр. Был йәһәттән Башҡортостан даны Рәсәйгә генә түгел, донъяға таралды.

Мәғариф, мәҙәниәт, спорт тармаҡтары киң үҫеш алды. Яңы уҡыу йорттары, милли мәктәптәр һәм гимназиялар, театрҙар һәм филармониялар асылды, спортсы­ларыбыҙ Рәсәй һәм донъя чемпионаттарында призлы урындар яуланы.

Мортаза Ғөбәйҙулла улының киң матбуғат саралары тармағына индергән өлөшө тураһында әйтеп торорға ла түгел. Бар илдә милли баҫмалар юҡҡа сыға башлаған осорҙа республиканың күп милләтле халҡы үҙ телендә гәзиттәр уҡый алды, радио һәм телевидение үҫеште.

­Милләттәр тигәндәй, ул һәр ваҡыт һәм һәр урында Башҡорт­остандың, уның күп милләтле халҡының мәнфәғәттәрен яҡланы. Бер ҡайҙа булмағанса, беҙҙә йөҙҙән ашыу милләт вәкиле үҙенә йәшәр өсөн урын тапты. Ә иң мөһиме – татыулыҡта һәм дуҫлыҡта ғүмер итәләр. Уларға үҙ мәҙәниәтен, телен үҫтереү өсөн ҙур мөмкинлектәр бирелде. Быны Башҡортостандың күп милләтле халҡы бөгөн дә онотмай.

 

Ул – халыҡ күңелендә

 

Әлбиттә, бер бәләкәй генә мәҡәлә эсендә хөрмәтле Мортаза Ғөбәй­ҙулла улының эштәрен һанап бөтөү ҙә, уларҙы тейешенсә баһалау ҙа мөмкин түгел. Бының өсөн китаптар яҙырға һәм йылдар үткәс тә уйланырға кәрәк.

Иң мөһиме – үҙҙәренең Президентын халыҡ яратты. Был һөйөүҙе бер нисек һатып алып та, көсләп бәйләп тә булмай. Бөгөн республикала етәксебеҙ хөрмәтенә ҡушылған Мортаза исемле нисә ир-егет һәм малай үҫеп килә икән?! Ошо ябай ғына күрһәткес тә күп нәмә тураһында һөйләй бит.

Мортаза Рәхимовтың вафат булыуы тураһындағы яңылыҡ билдәле булыу менән, бар интернет тулды. Республикабыҙҙа йәшәгән бер кем дә был хәбәргә битараф ҡала алманы, ҡайғы уртаҡлашты, уға бәйле йылы хәтирәләре менән бүлешә башланы.

Мортаза Ғөбәйҙулла улы был һөйөүҙе үҙенең эше, республика­быҙға фиҙакәр хеҙмәт итеүе менән яуланы. Ул һәр ваҡыт халыҡ араһында булды. Янынан балалар өҙөлмәне. Бәләкәй генә, төпкөл ауылда тыуған Прези­ден­тыбыҙ ауыл кешеләрен, ябай эшсәндәрҙе бик яратты. Аҙна һайын райондар буйлап сәфәргә сығып, мотлаҡ колхоздарға инә, эшсәндәр, ауыл кешеләре менән аралаша, уларҙың хәлен үҙе белешеп тора ине. Әйтеү­ҙәренсә, ул һәр колхоз рәйесен, алдынғы хеҙмәткәрҙәрҙе шәхсән белеп торған.

Үҙе тырышлыҡ һалып төҙөткән мәктәптәр, дауаханалар ҙа уның күҙ уңынан ысҡынманы. Мортаза Ғөбәйҙулла улы уларҙы асыу тантаналарында ихлас ҡатнашты, аҙаҡ та юл ыңғайы инеп, хәлдәрен белешеп тора ине.

Ҙур вазифаһын ҡалдырғас, Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәсәйҙең иң ҙур хәйриә ойошмаларының береһе — “УРАЛ” хәйриә фондына етәк­се­лек итте. Бында ла ул үҙенең булмышына тоғро ҡалды. “Урал” фон­дының ярҙамында тиҫтәләрсә мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, спорт ҡоролмалары төҙөлдө һәм йүнәтелде.

Башҡортостан Башлығы ва­зифа­һына Радий Хәбиров ҡайтҡас та, ул Мортаза Ғөбәйҙулла улын хөрмәт итеүе, унан күп нәмәгә өйрәнеүе тураһында әйтте.

“Мин уны үҙемдең остазым тип иҫәпләүем хаҡында күп тапҡыр әйткәнем бар. Унан өйрәнгән иң мөһим нәмә – кешеләрҙең мәнфә­ғәтен яҡлап йәшәү, сөнки халыҡтың йәшәү сифаты күп йәһәттән тап власҡа бәйле. Нәҡ ошо сифат Башҡортостандың беренсе Президентына республикабыҙға ҡатмарлы 90-сы йылдарҙы тетрә­неү­ҙәрһеҙ үткәрергә булышлыҡ итте”, – тигәйне ул.

Мортаза Ғөбәйҙулла улын юғалтыу республикабыҙ өсөн ҙур ҡайғы. Әммә уның яҡты эштәре, кешеләр өсөн изгелеге уны мәңге тере итер, сөнки ул халыҡ хәте­рендә ҡалды. Тыныс йоҡлағыҙ, хәрмәтле Президентыбыҙ!

 

Радий ХӘБИРОВ, Башҡортостан Башлығы:

 

– Беҙ беренсе Президенты­быҙға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Ул респуб­ликабыҙға ауыр заман­дарҙа  етәкселек итте. Уның эшлеклелеге, тырышлығы һөҙөм­тәһендә Баш­ҡортостан Рәсәйҙең таянысына, төрлө милләт һәм дин вәкилдәре дуҫ һәм татыу йәшәгән  республикаға, ҡеүәтле сәнәғәт төбәгенә әүерелде. Уның нәҡ иҡтисад өлкәһендәге идара итеү оҫталығына айырым баһа бирергә кәрәк, сөнки ҡатмарлы осорҙарға ҡарамаҫтан, әүҙем үҫешкә өлгәшелде, яңы предприятиелар, киң мөмкинлектәр барлыҡҡа килде. Мортаза Ғөбәйҙулла улы кешеләргә файҙа килтереүҙе, уларға булышлыҡ итеүҙе һәр саҡ төп маҡсаты итеп күрҙе. Талапсан етәксе булһа ла ябай кешеләр, өлкәндәр, балалар, йәштәр менән аралашҡанда уның йөҙөнән һәр саҡ йылылыҡ бөркөлә ине. Ул халҡын бик яратты. Башҡарған эштәре лә халыҡ мәнфәғәтенә йүнәлтелде, кешеләрҙең ихтыяждарын һәр саҡ аңлап ҡабул итте. Газ үткәреү, юл һалыу, һыу бүлеү мәсьәләләре һәр саҡ контролендә булды.

Уға ҡатмарлы осорҙа идара итергә тура килде. Осоштар ҙа, түбән тәгәрәүҙәр ҙә булды, әммә ул һайлаған юлынан тайпылманы. Республика мәнфәғәтендә теге йәки был ҡарарҙы ҡабул иткәндә уны факттар, дәлилдәр менән раҫлап инандыра ине.  Ул беҙҙең остазыбыҙ, өлкән иптәшебеҙ, яҡын кешебеҙ булды, эшләргә өйрәтте. Республикабыҙ өсөн был бик ауыр юғалтыу. Дүрт миллион халыҡ йәшәгән республиканы үҙенең артынан әйҙәгән көслө рухлы етәксе булараҡ хәтерҙә ҡалыр. Һуңғы тапҡыр уның менән 31 декабрҙә, дауаханала күреш­тек. Аралашҡандан һуң кәйефем күтәрелде, Тыуған көнөн, киләһе йылда 90 йәшен үткәрербеҙ тип өмөтләнгәйнем, әммә яҙмыш үҙенсә хәл итте. Беҙҙең йөрәк­тәрҙә ул ҡаҡшамаҫ лидер, Рәсәйҙең ысын патриоты булып һаҡланып ҡалыр.

Читайте нас