Бөгөн эш сәфәребеҙ менән Бүздәк районына юлландыҡ. Төп маҡсатыбыҙ гәзитебеҙҙең Бәйләнештә төркөмөндә иғлан ителгән "Тынмаһын гармун моңо" конкурсында 3-сө урын яулаусы Ришат Ғәйнетдиновты күреп редакцияның дипломын тапшырыу ине.
Иҫке Таулар ауылы мәҙәниәт йортонда беҙҙе гармунсыбыҙ ғына түгел, ул шөғөлләнгән "Мираҫ " татар халыҡ фольклор ансамбле коллективы йырсылары күмәкләшеп ҡаршы алды. Уға Әлфиә Ғәзизова етәкселек итә. Был яҡтарҙа эшкә лә, йыр-моңға ла дәртлеләр йәшәүенә инандыҡ. "Мираҫ" коллективы "Башҡортостан" гәзитенә лә дәррәү яҙылырға вәғәҙәләне.
Артабан райондың башҡа ауылдары халҡы менән күрешеү, шулай уҡ Ҡаңны -Төркәйҙә булыу ниәте бар. Әлегә конкурс еңеүсебеҙҙән музыкаль сәләм!