Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Ғинуар 2023, 15:25

Бер тамсыһы ла зарарлы...

fbm.ru
Фото:fbm.ru

Беҙ тормошта бензинды йыш ҡулланабыҙ, уның быуын һулау сәләмәтлек өсөн ни тиклем зарарлы булыуын күҙ алдына ла килтермәйбеҙ. Водителдәр күп осраҡта заправкалау пистолетын һаҡ ҡулланмай, әйтерһең дә, унда химик матдә түгел, ә шишмә һыуы...

Бензинда ағыулы матдәләр күп. Элек унда ҡурғаш та булған, тик сәләмәтлек өсөн үтә хәүефле икәнен белгәс, бензинды был металдан таҙартҡандар. Хәҙер ҡурғаш өҫтәмәһәләр ҙә, ул һаман да кеше һаулығы өсөн зарарлы булып ҡала. Күп кенә заправкалау станциялары сервис хеҙмәтләндереүенән баш тарта, шуға күрә бензин менән туранан-тура эш иткән водителдәр һаны арта.

Ни өсөн ул зарарлы? Беҙ бензинды һулағанда ғына ла уның организм туҡымаларын бик тиҙ туйындырыуын белмәйбеҙ. Ә тирегә эләккәндә, ул организмға тәрән үтеп инә. Тире – тәнде һаҡлаусы тәүге һыҙат, иң ҙур ағза. Уның тәғәйенләнеше – ҡанды, иммун системаһын һәм башҡа ағзаларҙы зарарлы матдәләрҙән һаҡлау. Иреткестәр, шул иҫәптән бензин, был һаҡлаусы ҡаршылыҡты урап үтә. Бер тамсыһы ғына ла тиренең бөтә ҡатламдары аша йәһәт кенә ҡан ағымына эләгә. Бөтә иреткестәрҙең дә көсө шунда. Ҡандан баш мейеһенә эләгеүе ихтимал. Бауыр уның зыянын кәметергә тырышһа ла, зарарлы матдәнең ҙур өлөшө унда туплана. Беҙ бензин быуын АЗС-тарҙа, заправкалау пистолетынан һулайбыҙ, машина газдарын йотабыҙ. Ә уның бер тамсыһы ғына ла организмға емерткес тәьҫир итә!

Белгестәрҙең иҫкәртеүенсә, бензиндың ғүмер оҙайлығын ҡыҫҡартыуы, иммун системаһын ҡаҡшатыуы, нервы күҙәнәктәрен хәлһеҙләндереүе ихтимал. Уның тәьҫире беҙҙе вирустарға, бакте­рияларға бирешеүсән итә.

Нимә эшләргә? Беренсенән, водителдәрҙе тулыһынса хеҙмәт­ләндереүсе йәки пистолеттарҙа фиксаторҙар булған заправкалау станцияларынан файҙаланырға кәрәк, тип кәңәш итә белгестәр. Бир­сәткә ҡулланыу мөһим. Парҙарҙың һеҙҙең яҡҡа йүнәлмәүенә иғтибар итегеҙ. Организмығыҙҙы таҙартыуға иғтибар бирегеҙ. Мәғлүмәтле булыу һеҙгә һәм ғаиләгеҙгә зарарлы мат­дәләрҙән һаҡланырға ярҙам итер.

Динә АРЫҪЛАНОВА

Читайте нас: