Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Ғинуар 2023, 14:38

“Һинең яныңда булыу үҙе ҙур бәхет”

Һиҙҙермәй генә дүрт тиҫтә йыл ғүмер үтеп тә киткән...

Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Стәрлебаш районының Йәшергән ауылында йәшәгән Усмановтар ғаиләһе менән таныш һәр кем, уларҙың бәхетле йөҙҙәренә, йылы ҡараштарына күҙ һалып, ололарҙың бер-береһен хөрмәт итеп, оҙайлы ғүмер кисереүҙәренә һоҡланмайынса булдыра алмай.

Ҡырҡ йылдан ашыу бергә йә­шәп, һөйөүҙәрен һаҡлай алған Флүзә һәм Вәкил Усмановтар – бик күптәр өсөн матур өлгө. Бер үк ауылда, бер үк урамда уйнап үҫкән үҫмерҙәр йылдар үткән һайын бер-береһенә тартыла бара, дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре мөхәббәткә әүере­лә. Егет армияға саҡырылғас, ҡыҙ уны хәрби хеҙмәттән көтөргә вәғәҙә бирә, тик һалдаттың алыҫтан яҙған һағынышлы хаттарына, открыткаларына яуап бирмәй, юҡһынһа ла, сабыр ғына көтөп ала. Йәштәр өйләнешкәс, айырым йәшәргә уйлай. Тик оҙаҡламай тыуған йортҡа әйләнеп ҡайтырға, олоғайған әсә­ләрен тәрбиәләү өсөн бергәләшеп йәшәргә ҡарар итәләр. Иҫке йорт урынына яңыһы ҡалҡып сыға. Һиҙ­ҙермәй генә дүрт тиҫтә йыл ғүмер үтеп тә киткән...

Хужаларҙың уңғанлығы ихатанан уҡ күҙгә ташлана. Ҡура тулы мал-тыуар. “Мәшәҡәттәр етерлек инде, ҡалала йәшәгән бала­ла­рыбыҙ кәрәк саҡта ярҙам итә. Беҙ уларҙы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итергә тырышабыҙ”, – ти өлкәндәр. Флүзә ханымдың тирә-яҡта “бауыр­һаҡ оҫтаһы” тигән даны сыҡҡан, туйҙар үткәргәндә йыш ҡына заказдар бирәләр. “Был эш һис тә еңел түгел, ҙур түҙемлек талап итә. Бауырһаҡ уңһын өсөн өҙлөкһөҙ болғатып торорға кәрәк, был саҡта ла ирем ҙур теләк менән ярҙамға килә”, – тип йылмая хужабикә.

Флүзә ханымдың тағы бер ярат­ҡан шөғөлө бар: мәктәптә уҡыған­дан алып ул шәл бәйләү менән ма­уыға. “Ҡул ҡаушырып ултыра ал­майым, шәл һәм яулыҡтарҙан тыш, бүләккә тапочкалар бәйләргә яратам”, – ти Флүзә Әхнәф ҡыҙы. Йәшергән ауылының Мәҙәниәт йорто эргәһендәге “Серҙәш” вокаль ансамбленә йөрөргә лә, конкурс­тарҙа ҡатнашырға ла ул ваҡыт таба. Ирле-ҡатынлы Усманов­тар­ҙың икеһе лә колхозда оҙаҡ йылдар эшләгән, Вәкил Ярулла улы районда танылған механизатор, тракторсы булды, тип хәтерләй ауылдаштары. Флүзә Әхнәф ҡыҙы тәүҙә сусҡа ҡараусы, аҙаҡ ашнаҡсы булып эшләй. Хәҙер өлкәндәр ғәҙәти мәшәҡәттәр, хужалыҡ эштәре менән мәшғүл. Улар өсөн оло тормош юлында бергә йәнәш барыуҙан да ҙурыраҡ бәхет юҡ.

- Фаягөл ЙОСОПОВА
Стәрлебаш районы

Автор:Розалия Абдрафикова
Читайте нас: