Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Ғинуар 2023, 21:30

Конкурс еңеүселәре билдәле!

“Йым-йым итә уттары, мең төҫтәрҙә балҡый йорттары" исемле конкурсыбыҙға йомғаҡ яһалды.

Конкурс еңеүселәре билдәле!
Конкурс еңеүселәре билдәле!

"Башҡортостан" гәзитенең "Бәйләнештә"ге төркөмөндә “Йым-йым итә уттары, мең төҫтәрҙә балҡый йорттары" исемле конкурсыбыҙ уңышлы барҙы. Дуҫтарыбыҙ 12 конкурсант өсөн дәррәү тауыш бирҙе.

Конкурс бөгөн тамамланды. Еңеүселәребеҙ:

1-се урында - Салауат районы Таймый ауылынан Илфат Ғәлимов,

2-се урында - Бөрйән районы Байназар ауылы оҫтаһы Ильяс Муллағолов,

3-сө урында - Баймаҡ районы Йомаш ауылынан Артур Иҫәнов.

Конкурс шарттарына ярашлы, еңеүселәребеҙ “Башҡортостан” гәзитенең Маҡтау ҡағыҙына лайыҡ була, йәнә улар хаҡында баҫмабыҙҙа мәҡәлә донъя күрәсәк. Өҫтәүенә, беренсе урынды яулаған Илфат Ғәлимовҡа гирлянда бүләк ителәсәк.

Еңеүселәребеҙҙе, шулай уҡ конкурста ҡатнашҡан барлыҡ бәйгеселәребеҙҙе Иҫке яңы йыл менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, һәммәһенә лә ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Артабан да йорттарығыҙ алдын күңел һалып эшләгән ҡар һәм боҙ һындары биҙәп торһон, ихаталарығыҙ мең төҫтәрҙә балҡып, уттары бар тирә-яҡты нурландырып, үҙегеҙҙең, барлыҡ ауылдаштарығыҙҙың күңелен күтәрһен! Тормошоғоҙ ырыҫ-бәрәкәтле булһын! "Башҡортостан" менән бергә ҡалығыҙ!

Конкурстың тулы һөҙөмтәләре менән ошо һылтанма буйынса инеп таныша алаһығыҙ: https://vk.com/app7198399_-104965500#poll63b71cd55a3d2d413618f5d8

Фотолар еңеүселәрҙең шәхси архивынан.

 

 

 

Конкурс еңеүселәре билдәле!
Конкурс еңеүселәре билдәле!
Конкурс еңеүселәре билдәле!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: