Кешеләр аралашмай, фекерҙәре менән уртаҡлашмай йәшәй алмай, айырыуса ололар һөйләшергә, аҡыл өйрәтергә, кәрәккән-кәрәкмәгәнде һорашырға әүәҫ. Был тәбиғи хәл, тик минең олатайым ундайҙарҙан түгел. Бик тә булмаһа, байрам менән ҡотлауыңа яуап итеп, теләктәрен еткереүе мөмкин. Һуңғы ваҡытта ҡунаҡҡа барырға яратмағанын тоям, үҙе лә һәр кемде өйөнә саҡырырға атлығып тормай. Ни өсөн ул кешеләрҙән, элек аралашып йәшәгән яҡындарынан ситләшергә генә тора? Икеләнеүемде еңеп, асыҡтан-асыҡ тоттом да һораным...
Бөгөн дә яҡшы хәтерләйем, олатайым йәш сағында бик матур, асыҡ күңелле, йор һүҙле кеше ине. Уның фотолар менән тулған альбомын ҡулға алһаң, ниндәй ҙур, ҡыҙыҡлы тормош юлы үтеүен күҙ алдына килтерергә була. Армия хеҙмәтендә, студент осоронда, тыныс тормошта, эштә күпме дуҫтары, фекерҙәштәре булған – һанап бөткөһөҙ! Хаҡлы ялға сығыу менән фотоға төшөүҙән дә баш тарта башланы. “Олатай, ни өсөн туғандарыңдан, йәштәштәреңдән ситләшәһең, яңғыҙлыҡты өҫтөн күрәһең? Ауыр түгелме ни һиңә, ни өсөн барыбыҙҙы ла борсолорға мәжбүр итәһең?” – тигән уйҙар башта ҡайнаһа ла, тел менән әйтә алмауымды яҡшы аңлайым. Шулай ҙа мәлен табып, һорашырға баҙнат иттем. Ә ул һис ҡаршылашманы, асыуланманы, күңелен ярып һалды...
“Мин элек һәр кем менән уртаҡ тел табырға, таныштарҙы арттырырға, осрашыуҙарға йөрөргә яраттым. Йәшәй-йәшәй, бының буш, һис бер кәрәкмәгән, ваҡытты сарыф иткән эш икәнен аңланым. Оҙаҡ йылдар аралашып йәшәгән кешеләрҙең күпселеге бындай йылы мөнәсәбәткә лайыҡ булмағанын олоғайғас ҡына белдем”, – тине ул, көрһөнөп.
Уның бик яҡын дуҫы булған, бер-береһенән серҙәрен йәшермәй, бер һыныҡ икмәкте уртаҡлашып йәшәгәндәр. Үкенескә ҡаршы, олатайым уның ауыҙында һүҙ тормағанын, башҡаларға еткереүен һуңлап аңлаған һәм уның менән бәйләнеште ғүмерлеккә өҙгән.
“Кем һинең ышанысыңды аҡлаған, шул кешегә генә ышан” – олатайымдың төп ҡағиҙәһе. Кешеләр танышҡандан һуң, һәр ваҡыт үҙҙәрен яҡшы яҡтан күрһәтергә тырыша. Дуҫлашып алғас, был кешегә бөтәһен дә һөйләргә, кәңәшләшергә, эс сереңде сисергә мөмкин, тигән уй нығына. “Тик был тойғо йыш ҡына алдай, ышаныс бары ваҡыт менән билдәләнә”, ти олатайым. Хатта йылдар буйы дуҫ булып йөрөгәндәрҙең ауыр саҡта юҡҡа сыҡҡан, ситләшкән мәлдәре булған. ”Ғәфү итһәм дә, күңелем уларға хәҙер ябыҡ, – ти олатайым.– Шуға күрә илле йәшкә еткәс, бары ҡатыным, балалар, ейәндәр эргәһендә рәхәт, тыныс, ышаныслы икәнлеген аңланым”.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өләсәйебеҙ гүр эйәһе инде. Хәҙер олатайыбыҙ бөтә ваҡытын ейән-ейәнсәрҙәренә бүлә, беҙҙең тормошобоҙ менән ҡыҙыҡһынып йәшәй. “Хәйләкәрлек, этлек көтөргә мөмкин булған әҙәмдәрҙе эргәңдә тотоу алйотлоҡ, уларҙан ваҡытында арыныу хәйерлерәк”, тип иҫәпләй ҡәҙерле кешебеҙ. “Үҙе тураһында ғына һөйләгән, үҙен генә ҡайғыртҡан, һине баһаламаған, башҡаларҙың серҙәрен урам буйлап таратҡан, файҙаһыҙ кәңәштәре менән йәнде көйҙөргән, бәхәсләшергә һәм үҙ һүҙен генә өҫтөн итергә әүәҫ кешеләргә башҡаса ваҡыт әрәм итмәйем, сөнки ғүмер үтә ҡыҫҡа”, тигән олатайымды яңынан асҡандай булдым.
–Олатай, һин үҙеңде яңғыҙ итеп тоймайһыңмы һуң?
–Һеҙҙең менән аралашыуҙан, нимәнелер бергәләп эшләүҙән, маҡсатҡа ынтылышлы ғәмәлдәр башҡарыуҙан ҙур ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерәм. Тормош сифаты аралашҡан кешеләр һаны менән түгел, ә сифаты менән билдәләнә. Иң мөһиме, яҡындарың менән бөтәһе тураһында ла асыҡ һөйләшерлек булһын. Йәш саҡта хеҙмәттәштәрең менән яҡшы мөнәсәбәт тыуҙырырға тырышырға кәрәк, бары һәйбәт, тыныс мөхиттә генә нимәгәлер өлгәшергә була. Ә ҡартлыҡҡа аяҡ баҫҡас, кем менән аралашырға теләйһең, кем күңелеңә яҡын – үҙең һайлайһың, ҡыҙым...
Фото:mamamozhetvse.ru