Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Ғинуар 2023, 15:23

Ни өсөн розеткала ҡалдырырға ярамай?

Москва 24
Фото:Москва 24

Бөгөн планшет, телефон,  ноутбук һәм башҡа гаджеттарҙан башҡа йәшәүҙе күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Был приборҙар аккумуляторҙарҙы даими зарядлауҙы талап итә. Шуға күрә һәр кем тиерлек үҙе менән зарядлау ҡорамалын йөрөтә. Беҙ йыш ҡына уны розеткала ҡалдырабыҙ ҙа... онотабыҙ. Был хәүефле түгелме икән?

Белгестәрҙең әйтеүенсә, зарядка телефонға ҡуйылмаһа ла, ул электр энергияһын файҙа­ла­ныуҙы дауам итә. Эйе, ҡулланыу күләме әллә ни һиҙелерлек түгел, әммә ул бар. Тағы шуныһы – розеткала ҡалдырылған зарядканың тәьҫирлеге яйлап кәмей. Ә төп хәүеф – селтәрҙә көсөргәнеш кинәт күтәрелгәндә зарядлау ҡорамалындағы конденсаторҙың был хәлде күтәрә алмайынса шартлау ихтималлығы. Янғын күҙәтеүе буйынса дәүләт инспекторҙарының кәңәшенә ҡолаҡ һалайыҡ.

“Беренсенән, фирма магазиндарынан бары сифатлы зарядлау ҡорамалдары алығыҙ. Махсуслаштырылмаған сауҙа нөктәләренән, интернет-магазиндарҙан алыу хәүефле.

Икенсенән, зарядларға ҡуйылған гаджеттарығыҙҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Сығып китергә тура килһә, уны розетканан алығыҙ. Пластиктың иреүе, ҡыҫҡа тоташыу арҡаһында ут сығыуы ихтимал. Төнгөлөккә гаджеттарығыҙҙы зарядкаға ҡуймағыҙ, сөнки көсөргәнештең артыуы һәм ҡорамалдың да, унан “туҡланған” гаджеттың үҙе лә эштән сығыуы мөмкин. Оҙаҡ зарядлауға ҡуйыу һөҙөмтәһендә батарейканың хеҙмәт срогы түбәнәйәсәк.

Әйтелгәндәрҙән шундай һы­ғым­та яһарға була: телефонды өйҙә кеше булған саҡта зарядлауға ҡуйырға кәрәк. Ялҡаулыҡты еңеп йәки хәтер тарҡаулығынан арынып, зарядлау ҡорамалын мотлаҡ розетканан алығыҙ. Селтәрҙә көсөргәнеш артҡанда (йыш ҡына күҙәтелә), техник сәбәптәр, электр утын һүндереү арҡаһында пластмасса гаджеттың ҡапыл гөлтләп янып китеүе ихтимал. Һаҡ булығыҙ!

Динә АРЫҪЛАНОВА

Читайте нас: