13 ғинуарҙа Өфөлә Рәсәй Президенты Владимир Путин менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров осрашты. Республикалағы 2022 йылғы социаль-иҡтисади үҫеш йомғаҡтары тураһында һөйләшеү булды, шулай уҡ ошо тармаҡтарҙағы стратегик төбәк проекттары тураһында фекер алыштылар.
– Матәм көнөндә осрашабыҙ - республиканың беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы менән бәхилләштек, – тине Владимир Путин. – Мортаза Рәхимовты шәхсән бик яҡшы белдем. Беҙҙең арала яҡшы мөнәсәбәттәр һаҡланды. Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәсәй Федерацияһы субъекты сифатында республиканың үҫешенә тос өлөш индерҙе. Ул аҡыллы милли сәйәсәт алып барҙы, тотош ил тормошонда әүҙем ҡатнашты, иң һынылышлы осорҙа мөһим роль уйнаны. Был – уның ҙур хеҙмәте.
Владимир Путин билдәләүенсә, республика Мортаза Рәхимов етәкселегендә үҫеште, Советтар Союзы тарҡалғандан һуң аяҡҡа баҫты, күпкә өлгәште. Рәсәй Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улының яҡындарының, республика етәкселегенең һәм барлыҡ Башҡортостан халҡының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты.
– Тағы ла бер тапҡыр ҡабатлайым: ул етәкселек иткән осорҙа ифрат күп эш башҡарылды, – тине Владимир Путин. – Бөгөн дә республика яҡшы темп менән алға бара. Һеҙҙә бөтә төп йүнәлештәр буйынса ла ыңғай күрһәткестәр бар. Эске тулайым төбәк продукты үҫә, сәнәғәт етештереүендә лә, ауыл хужалығында ла яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр күп. Һеҙҙә - эшһеҙлек буйынса Рәсәйҙә иң түбән күрһәткес. Төп капиталға инвестициялар дөйөм ил күрһәткесенән юғары, был - киләсәктә республиканың тотороҡло үҫеренә ныҡлы гарантия. Мин һеҙгә, барлыҡ командағыҙға, Башҡортостан халҡына рәхмәтлемен, артабан да уңыштар теләйем.
Владимир Путиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, шул уҡ ваҡытта һорауҙар ҙа юҡ түгел. Тирә-яҡ мөхит, һаулыҡ һаҡлау, һаулыҡ һаҡлауҙың бер тармағы булған ашығыс ярҙам хеҙмәтен үҫтереү шуға асыҡ миҫал. Был юҫыҡта эшләргә кәрәк.
– Хөрмәтле Владимир Владимирович, Мортаза Ғөбәйҙулла улын һуңғы юлға оҙатыуға мөмкинлек тапҡҡанығыҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәтемде еткерәм, – тине Радий Хәбиров. – Мин уға, ысынлап та, ныҡ яҡын инем. Ул һәр саҡ һеҙгә хөрмәт менән ҡараны, Рәсәйҙең ысын патриоты булды. Башҡортостандар исеменән һеҙгә рәхмәтемде әйтәм. Был беҙҙең өсөн ғорурлыҡ, әлбиттә, беҙҙең беренсе Президентыбыҙға оло хөрмәт.
Радий Хәбиров ҡыҫҡаса йомғаҡтар тураһында һөйләне. Владимир Путин күрһәтмәһенә ярашлы, мөһим бурыстар билдәләнгән, был – иҡтисад тотороҡлолоғон тәьмин итеү.
– Тап ябай булмаған 2022 йылды производство индексы буйынса үҫеш менән тамамланыҡ, – тине Радий Хәбиров. – Ауыл хужалығы тармағы буйынса үҫеш ныҡ күҙәтелде, бөтә Рәсәйҙәге шикелле беҙ ҙә мул уңыш алдыҡ. Иң мөһиме, беҙ производствоны үҙгәртеп ҡорҙоҡ. Владимир Владимирович, 2019, 2020, 2021 йылдар йәки өс йыл эсендә беҙҙә инвестиция үҫеше 31 процент тәшкил итте. 2022 йыл буйынса һандар булмаған хәлдә лә, үҫеш буласаҡ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.