Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яңы яҙма менән уртаҡлашты.
“Һоҡланғыс кешеләр тормошо” рубрикаһын дауам итеп, Нефтекаманан Фәрхетдиновтарҙың ишле ғаиләһе менән таныштырырға теләйем.
Мансаф Харун улы һәм Наталья Александровнаның 16 балаһы бар. Уларҙың бишәүһе үҙҙәренеке, ә 11-е тәрбиәгә алынған.
Өлкән улдары Данилға – 22 йәш. Ул – хәрби бурысын үтәгән хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең береһе. Яраланған, госпиталдә дауаланған һәм тағы ла алғы һыҙыҡҡа баҫҡан. Уға һәм беҙҙең егеттәргә тиҙерәк еңеү теләйем!
Тағы бер улдары – Владислав Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаған, музыка уҡытыусыһы. Руслан – шулай уҡ музыкант, Алкинола хәрби оркестрҙа хеҙмәт итә.
Алиса, Максим, Валерия, Настя, Катя, Маша һәм Кристина мәктәптә уҡый. Лиза беренсе класҡа барырға әҙерләнә. Миша, Люба, Галя һәм Альберт балалар баҡсаһына йөрөй. Галяға – ике йәш. Ул – Фәрхетдиновтар ғаиләһендә иң кесеһе.
Балалар ысын илһөйәрҙәр булып үҫә. Музыка, вокал, рәсем, спорт менән шөғөлләнәләр. Олимпиадаларҙа, ижади конкурстарҙа, спорт ярыштарында әүҙем ҡатнашалар.
Фәрхетдиновтарҙың ныҡлы һәм татыу ғаиләһе – күптәр өсөн өлгө. Бергәләп тәбиғәткә сығалар, походтарға йөрөйҙәр, ял көндәрендә ғаилә табыны ойошторалар, музыка ҡоралдарында уйнайҙар, йырлайҙар. Йәмәғәт тормошонда ла ҡатнашырға өлгөрәләр.
2022 йылда Фәрхетдиновтар республика опекундар (попечителдәр), тәрбиәгә бала алған һәм патронат ғаиләләр конкурсында еңеп сыҡты һәм “Тәрбиәгә бала алған иң яҡшы ғаилә” номинацияһында беренсе урын яуланы. 2013 йылда Наталья Александровнаға “Әсәлек даны” миҙалы тапшырҙылар.
Мансаф Харун улы, Наталья Александровна, балаларҙы лайыҡлы тәрбиәләүегеҙ өсөн рәхмәт! Һеҙгә һәм Башҡортостандың барлыҡ ғаиләләренә һаулыҡ һәм именлек!” – тип яҙҙы Радий Хәбиров.
Фото һәм сығанаҡ: vk.com/wall413272232_956766