Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Ғинуар 2023, 17:00

Бәхил бул, Мимино!

Билдәле грузин актеры Вахтанг Кикабидзе кинолағы күп ролдәре аша таныш. Айырыуса "Мимино" фильмын халыҡ яратып ҡарай. Ә Мимино нимә аңлатҡанын беләһегеҙме?

Бәхил бул, Мимино!
Бәхил бул, Мимино!

Актер Вахтанг Кикабидзе 84 йәшендә Тбилиси ҡалаһында дауаханала вафат булған. Ул ҡаты ауырыған.

Артис совет халҡы араһында бик популяр булды. Ул төп ролдә уйнаған "Мимино" киноһын күптәр яратып ҡараны. Әйткәндәй, "мимино" грузинсанан ыласын тигәнде аңлата.

Кикабидзе менән бәхилләшеү 19 ғинуарҙа үтәсәк, тип хәбәр итәләр.

Фото: pro-dachnikov.com

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: