Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Ғинуар 2023, 18:30

Мейестәре күңелдәрҙе йылыта

"Ике уңған пар килһә, донъялары балҡып торор".

Мейестәре күңелдәрҙе йылыта
Мейестәре күңелдәрҙе йылыта

Йылайыр районының Юлдыбай ауылында йәшәгән Миләүшә һәм Әлфрит Моратовтар хаҡында барыһы ла шулай ти. Юлдыбай ауылының уңған, оҫта ҡуллы ир-уҙаманы хаҡында Зилә Йәндәүләтова бына нимәләр яҙа.

"Егет кешегә етмеш төрлө hөнәр ҙә аҙ", - ти халыҡ мәҡәле. Был hүҙҙәр Юлдыбай ауылында йәшәгән Әлфрит Моратовтың төп асылын, холоҡ-фиғелен билдәләй. Эшкә әрһеҙ, оҫта ҡуллы, баҫалҡы, сабыр ир уҙаманы. Оҫта мейес сығарыусы, балта оҫтаhы, электрик, машина, трактор йөрөтөүсе... Һанап китhәң, күп инде ул.

Әлфрит Зөлҡәрнәй улы һәр эшкә яуаплы ҡарай, эшен еренә еткереп башҡара. Тирә-яҡҡа йәм биреп ултырған өйөн дә үҙ ҡулдары менән hалып инде. Кәртә-ҡуралары, теплицаhы, өйҙәге йылытыу системаhы, электр үткәреү кеүек эштәрҙең бөтәhен дә үҙе башҡарған. Тирә-яҡта ул оҫта мейессе булып та дан алған. Күңел йылыhын биреп сығарған мейестәре өйҙө генә йылытып ҡалмай, күңелдәрҙе лә йылыта.

Әлфрит Моратов башҡорт халҡының кәсепселеген тергеҙеү буйынса ла ҙур эш башҡара. Уның төп шөғөлдәренең береһе - турпыша, балаҫтар һуғыу өсөн ағастан, тимерҙән станоктар эшләү. Балаҫ hуғыу оҫтаһы булып дан алған Йылайыр ағинәйҙәре етәксеhе, тормош иптәше Миләүшә Моратованың "уң ҡулы", ярҙмсыhы ла ул.

Уның яратҡан шөғөлдәренең береhе - балыҡ тотоу. Был шөғөл йәнгә лә, тәнгә лә ял бирә. 

Әлфрит Зөлҡәрнәй улы үҙ һөнәрен ике улына ла өйрәтә. "Атанан күргән - уҡ юнған" тигәндәй, улдары Батыр ҙа, Бүләк тә мейес тә сығаралар, станоктар ҙа эшләй, ағас эше менән дә булыша.

Хәҙер ваҡытта Әлфрит Моратов Себер тарафтарында вахта ысулы менән эшләй. Уға именлек, ғаилә бәхете, эшендә уныштар теләйбеҙ", - тигән ул.

Фото: Зилә Йәндәүләтованың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Мейестәре күңелдәрҙе йылыта
Мейестәре күңелдәрҙе йылыта
Мейестәре күңелдәрҙе йылыта
Мейестәре күңелдәрҙе йылыта
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: