Көндәрҙең бер аҙ йылыныуын көткән халыҡ тәбиғәт ҡосағында саңғы, коньки шыуа башланы, башҡа төрлө саралар үткәреүгә дәррәү ҡушылды. Бына әле шундай мажаралы, мауыҡтырғыс осор! Ҡырмыҫҡалы районының Күлләр ауылында йәшәүселәр иһә кисә бик үҙенсәлекле сара ойошторҙо - балыҡ тотоу фестивален үткәрҙе.
Ауыл исемен йөрөткән күл буйы балыҡ тотоу урынына әйләнде, тип хәбәр итте беҙгә Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте. Ә ҡышын балыҡ тотоуы еңел түгел: ҡалын боҙҙо таҙартырға, тишергә кәрәк, әммә һөҙөмтәһе ҡыуаныслы, шәп. Урындағы хужабикәләр Римма Сөләймәнова, Гөлфиә Вәлитова, апалы-һеңлеле Дилә менән Дилмирә Вәлитовалар, Фәриҙә Байморатова, Фидәлиә Муллаҡаева, Зәбилә Яппарова фестивалдә ҡатнашыусыларҙы үҙҙәре әҙерләгән төрлө тәмлекәстәр, эҫе сәй менән һыйланы. Өҫтәүенә, күл буйында бына тигән тәмле балыҡ һурпаһын да бешерҙеләр.
Ефреминкин ауыл хакимиәте Марат Тимербаев менән Илдар Нурушевҡа – балыҡ тотоуҙы ойошторғаны, Эльза менән Мирсояф Вәлитовтарға балаларға бүләктәр әҙерләгәне өсөн ҙур рәхмәт белдерә.
Ҡырмыҫҡалы районында ял көндәре бына шулай шәп һәм файҙалы үтә. Әйткәндәй тап Күлләр ауылында йәшәүселәргә апрелдә республика “Айыҡ ауыл” конкурсының ойоштороу комитетына сарала ҡатнашыу өсөн үҙ эшенең һөҙөмтәләрен күрһәтергә кәрәк. Әүҙем ауыл халҡының барлыҡ уй-теләктәре лә бойомға ашыр тип ышанабыҙ.
Фотолар: Ҡырмыҫҡалы районының матбуғат хеҙмәте.