Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам сараларын тормошҡа ашырыу тикшерелде.
Республика вице-премьеры – финанс министры Лира Иғтисамова хәбәр итеүенсә, балаларға һәм үҫмерҙәргә ярҙам итеүгә айырыуса ҙур иғтибар бүленә. 2023 йылдың ғинуар башына 2,6 меңдән ашыу хәрби хеҙмәткәрҙең балаһы балалар баҡсаһына бушлай йөрөй. Бынан тыш, 5-11-се кластарҙағы 2,2 мең уҡыусы һәм колледждарҙың 500-ҙән ашыу студенты бушлай эҫе аш менән тәьмин ителгән.
Шулай уҡ 23 йәшкә тиклемге уҡыусылар һәм студенттар ҡала йәмәғәт транспортында бушлай йөрөй ала. 3,1 мең кеше ошо хоҡуҡтан файҙаланған да инде.
1,1 меңдән ашыу бала түңәрәктәргә бушлай йөрөй. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың 136 балаһы – республиканың ҡаланан ситтәге лагерҙарына, 91 бала - шифахана-курорт учреждениеларына юллама, ә 50 кеше республика колледждарына белем биреү сертификаттары алған.
Социаль ярҙам күрһәтеү өлөшөндә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзаларынан социаль ярҙам тәғәйенләү тураһында 4 368 ғариза ҡабул ителгән. Шуларҙың 3214-е буйынса ыңғай ҡарарҙар ҡабул ителгән дә инде. Бынан тыш, һигеҙ мең кеше ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса коммуналь хеҙмәткә түләүҙән азат ителгән.
– Һеҙҙең ҡушыуығыҙға ярашлы, Радий Фәрит улы, бөтә хәрби хеҙмәткәрҙәр һәм уларҙың ғаилә ағзалары Яңы йылға 20 мең һум күләмендә түләүҙәр алды, – тип өҫтәне Лира Иғтисамова.
Башҡортостан Башлығы республика Хөкүмәтенә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам ойошторғаны өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Беҙ ойошҡанлы һәм оператив ярҙам сараларын әҙерләнек, уларҙы халыҡҡа еткерҙек. Был бик мөһим, – тине Радий Хәбиров. – Әлегә ошондай күләмле саралар күрҙек. Уларҙың барыһы ла яҡшы эшләргә тейеш. Шуға күрә беҙгә килгән һәр мөрәжәғәтте ентекле тикшерәсәкбеҙ. Был эштә ваҡ-төйәк нәмәләр юҡ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.