Һәр эштең үҙ ваҡытында атҡарылыуы зарур, һәр рәхмәттең үҙ мәлендә әйтелеүе күпкә ҡәҙерле. Был һүҙҙәрҙең раҫ икәнлеген “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөнә килгән хат йәнә раҫланы.
“Хәйерле иртә, "Башҡортостан"! Иптәшем менән Өфөлә, Мелькомбинатта көн итәбеҙ. Бына тағы таң атты. Ҡаршылағы балалар баҡсаһында иртүк гөлтләп уттар тоҡанды, халыҡ эшкә йүгерешә. Барыһы ла ғәҙәти күренеш кеүек, әммә ошолай һәүетемсә барған тормош ағышы өсөн төнө буйы, таңғы 6-ға тиклем тынғыһыҙ эш барҙы.
Кисә йоҡонан тороуға йорттарҙа һалҡын һыу булманы. Таңғы 9-ҙа уҡ “Өфөводоканал” машинаһы менән ҡыҙғылт-һары кейемдәге ир-егеттәр эшкә тотондо. Улай-былай йүгереп, подвалға төшөп, люктарҙы асып тикшерҙеләр. Ҡыҫҡаһы, туң ер аҫтындағы әллә ҡасан һалынған һыу үткәргес торбаларҙы асыҡлау еңелдән булмағандыр инде.
Ҡояш байығас ҡына ер ҡаҙа торған ҡулайламаһы булған “Беларусь”, тағы трактор , йөк ташыусы бейек “КамАЗ”, ҡеүәтле йәтеш эксковатор килтерелде. Һуңғыһы, йортҡа терәлеп торған урындан ерҙе төнгө дүрткә тиклем аҡтарып, “КамАЗ”ға тейәү менән булыштылар. Өҫтәүенә, экскаваторға иркенләп ҡаҙырға өҫтәге торбалар, аҫта ул торбаларҙы тотоп торған бағаналар, ҡараңғылыҡ та ҡамасауланы. Бынан тыш, егеттәр йә баҫҡыс, йә ҡеүәтле фонарҙәр, көрәк менән йүгерҙеләр. Шулай итеп, ҡышҡы һыуыҡта таңғы 6-ға тиклем, төнө буйы туҡтамай, халыҡты һыу менән тәьмин итеү өсөн бил яҙмай эшләне ир-егеттәр.
Фотоға ла төшөргә теләгәйнем, уңайһыҙландым. Бөгөн төндә йәҙәрләгән йорттарға һыу биргән тырыш ир-егеттәрҙең исемдәрен дә белһәң ине лә бит. Мең рәхмәт яуһын уларҙың һәр береһенә. Хәҙер улар йөрөгән, атҡарған урын тип-тигеҙ, таҙа, әйтерһең дә, бер ни ҙә булмаған! Һәр фатирҙа гөрләп, гөжләп һыу аға.
Нәфисә Нәҙерғолова”.
Фото: ufa.bezformata.com