Ни тиклем ваҡыт үтһә лә, әле һаман Мазовтар ғаиләһе фажиғәһенә нөктә ҡуйылманы, сөнки төп ғәйепләнеүсе ошоғаса табылмаған. 2019 йылдың көҙөндә булған был хәл күптәрҙе тетрәндерҙе. Ғаилә башлығы Артем Мазов ике бәләкәй малайын алып йөрөргә тип сығып китә һәм өсөһө лә ғәйеп була. Тәфтишселәр уның төҙөлөш магазинынан бау, өйҙәренән өрөп тутырылған матрас алғанын асыҡлай һәм иң насар фараздар ҡора башлай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уҡлар дөрөҫ булып сыға: ярты йыл самаһы ваҡыт үткәс, йәй көнө һыу төбөнән малайҙарҙың кәүҙәләре килеп сыға. Ә бына ҡатынына үс итеп үҙ балаларының башына еткән ирҙе әле һаман тапмағандар.
Рәсәй Тәфтиш комитеты булдырылыуға арналған “Башинформ” агентлығына биргән интервьюла Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса тәфтиш идаралығы етәксеһенең беренсе урынбаҫары Евгений Лагацкий тәфтишселәрҙең Артем Мазов менән булған хәл тураһында версияларын хәбәр иткән.
– Уны эҙләүҙе дауам итәбеҙ. Беҙҙең өсөн был мөһим бурыс, әле һәр кәүҙәне “был Мазов түгелме” тип ҡарайбыҙ. Уның белемен һәм маниакаль ҡараштарын иҫәпкә алып, ул һыуҙа үлмәгәндер тип уйлайым. Минеңсә, ул үҙенең кәүҙәһен тапмаһындар өсөн махсус үҙен үлтереү сараһы уйлап тапҡандыр. Эйе, балаларын батыра, әммә үҙе һыуҙа түгелдер ул. Мазовтың үҙен үлтергәненә ныҡлы ышанам. Ул техник вазифала эшләгән, һәм минеңсә, беҙҙең уны таба алмау сәбәбе насар эҙләүҙә түгел, ә табыу мөмкин булмағанға, – тигән ул.
Евгений Лагацкий фекеренсә, әгәр ул йылғала булһа, уның ҡалдыҡтары әллә ҡасан табылған булыр ине. Артем Мазов әле һаман тере һәм ҡайҙалыр йәшенә тигән фараз да дөрөҫ түгел тип иҫәпләй ул.
– Ул ҡайҙалыр ҡасып, йәшенеп ята тигән версияға ышаныуы ауыр. Әлеге ваҡытта бер ниндәй ҙә эҙ ҡалдырмай йәшенеү мөмкин түгел тиерлек. Шулай ҙа был фаразды ла тикшерәбеҙ, тик минең өсөн ул беренсе урында түгел, – тигән тәфтишсе.
Шулай итеп, Артем Мазовты эҙләү әле һаман туҡтамаған. Ул федераль эҙләүгә иғлан ителгән. Әгәр уның ҡайҙалығын белһәгеҙ, (347) 279-33-85, 279-33-78, Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының дежур бүлеге 279-39-02, йәки 02 (кеҫә телефонынан 102) телефондары буйынса полицияға хәбәр итеүҙәрен һорай. Артем Мазовтың ҡайҙалығын билдәләүгә булышлыҡ иткән мәғлүмәт өсөн алдан бүләкләү иғлан ителгәйне.
Фото: социаль селтәрҙәр.