Бөгөнгө Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров илебеҙ Президенты Владимир Путин менән Өфөләге эш осрашыуы ваҡытында уның ҡушҡан йөкләмәләре хаҡында әйтте. Айырым алғанда, Владимир Путин республикала тирә-яҡ мөхитте һаҡлау мәсьәләһенә һәм ашығыс ярҙам эшмәкәрлегенә иғтибар итеүҙе һораған.
Республика етәксеһе һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллинға эште камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты. Министр хәбәр итеүенсә, республика Башлығының ҡушыуы буйынса, ашығыс ярҙам хеҙмәтен яңыртыу проекты әҙерләнгән дә инде, ул киләһе дүшәмбегә ҡарауға тәҡдим ителә.
– Рәсәй Президенты Владимир Путин республиканың үҫеше темптарын юғары баһаланы. Был ҙур баһа беҙгә артабан хәрәкәт итеү өсөн стимул, – тине Радий Фәрит улы.
Аэропортта, киң мәғлүмәт саралары менән аралашҡанда, Президент Башҡортостандың, унда йәшәгән халыҡтарҙың ил тарихындағы роле хаҡында үҙ фекерен белдерҙе, тип хәтергә төшөрҙө Башҡортостан Башлығы. Президент тағы ла бер тапҡыр Башҡортостанда булырға теләк белдергән.
– Президенттың Башҡортостан тураһында фекере бик мөһим. Күп быуаттар элек ата-бабаларыбыҙ эшләгәнде шулай уҡ, хатта яҡшыраҡ та эшләргә тейешбеҙ, – тине Радий Хәбиров.
Фото: "Башинформ".