-14 °С
Болотло
Ҡырмыҫҡалы районының Ҡабаҡ ауылы ҡатын- ҡыҙҙары махсус операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәргә ебәреү өсөн үҙҙәре туҡмас әҙерләргә булды. Ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары Найлә һәм Лилиә Ғөбәйҙуллиналар йортона йыйылып, бәтә күңел йылыһын һалып, көнө буйы ҡамыр йәйҙе. Бөгөн алғы һыҙыҡта булған егеттәребеҙгә уңыштар теләп, туҡмас ҡырҡып, мәш килде килен һәм еңгәләр. Кипкән туҡмасты контейнерҙарға һалып, алғы һыҙыҡтағы хәрбиҙәргә оҙатасаҡтар.
Фото: “Кармаскалинская новь”.