Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Ғинуар 2023, 11:10

Алгоритм аңлайышлы булһын

Ярҙамдың айырым төрө менән 500 меңдән ашыу кеше файҙалана.

Алгоритм аңлайышлы булһын
Алгоритм аңлайышлы булһын

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров республикабыҙҙың ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары менән кәңәшмә үткәргән. Һөйләшеүгә торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың дәүләт мәғлүмәт системаһын популярлаштырыу һәм башҡа мәсьәләләр сығарылған.

– Ошо системала мәғлүмәттәр көнүҙәк булырға тейеш, был бик тә мөһим, – тип белдергән Андрей Назаров. – Бөтә килешеүҙәрҙе һәм бирелгән хеҙмәттәрҙе урынлаштырыуҙы тәьмин итеү зарур. Беҙҙә торлаҡ бинаһына түләү һәм коммуналь хеҙмәттәр буйынса социаль ярҙамдың айырым төрө менән 500 меңдән ашыу кеше файҙалана. Әлбиттә, ведомство-ара бәйләнешенең тейешле һәм кире ҡаҡҡыһыҙ алгоритмы эшләнергә тейеш. Бынан тыш, Рәсәй Төҙөлөш министрлығы тарафынан ошо системаны популярлаштырыу һәм унда теркәүҙе тәьмин итеү 14 йәштән оло булған граждандарҙың 10 процентынан да кәм булырға тейеш түгел, тигән бурыстар ҡуйылған.

Андрей Назаров, социаль яҡлау органдары торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың дәүләт мәғлүмәт системаһы аша мөрәжәғәттәргә яуап биргәнд етешһеҙлектәрҙе мөмкин хәтлем кәметергә кәрәклегенә баҫым яһаны.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.  

Автор: Илдар Акьюлов
Читайте нас