Кисә Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһен Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов менән бәхилләшеү сараһын ойоштороусыларға рәхмәт әйтеүҙән башланы. Уның белдереүенсә, унда 30 меңдән ашыу кеше килгән.
– Тиҙ арала был сараны ойошторған коллегаларға һәм олуғ шәхесте һуңғы юлға оҙатырға килгән республика халҡына рәхмәт. Матәм сараһы тыныс үтеп китте, – тине ул.
Шулай уҡ Радий Хәбиров Мортаза Ғөбәйҙулла улының хәтерен мәңгеләштереү буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты. Бының өсөн бер аҙна ваҡыт бирелде.
Радий Хәбиров Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов менән бәхилләшергә килгән илебеҙ Президенты Владимир Путин менән Өфөләге эш осрашыуы ваҡытында уның ҡушҡан йөкләмәләре хаҡында әйтте. Айырым алғанда, Владимир Путин республикала тирә-яҡ мөхитте һаҡлау мәсьәләһенә һәм “Ашығыс ярҙам” хеҙмәте эшмәкәрлегенә иғтибар итеүҙе һораған.
Республика етәксеһе һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллинға эште камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты. Министр хәбәр итеүенсә, республика Башлығының ҡушыуы буйынса, “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтен яңыртыу проекты әҙерләнгән дә инде, ул киләһе дүшәмбегә ҡарауға тәҡдим ителә.
– Рәсәй Президенты Владимир Путин республиканың үҫеш тиҙлеген юғары баһаланы. Был ҙур баһа беҙгә артабан эш итеү өсөн этәргес булып тора, – тине Радий Фәрит улы.
Аэропортта киң мәғлүмәт саралары менән аралашҡанда Президент Башҡортостандың, унда йәшәгән халыҡтарҙың ил тарихындағы роле хаҡында үҙ фекерен белдерҙе, тип хәтергә төшөрҙө Башҡортостан Башлығы. Президент тағы ла бер тапҡыр Башҡортостанға килергә теләк белдергән.
Радий Хәбиров махсус хәрби операцияға доброволец булып киткән Башҡортостан Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Азат Бадранов менән телефон аша һөйләшеүе тураһында әйтте. Ул махсус хәрби операция зонаһында республиканан мобилизацияланған яугирҙәргә ярҙам күрһәтеү эшен көйләйәсәк.
– Азат Бадранов унда беҙҙең эште координациялауҙы үҙ өҫтөнә ала. Әлбиттә, ул батальон составында, әммә мөмкинлектәре бар. Ул егеттәребеҙ хеҙмәт иткән ҙур бүлексә етәкселәренә сығырға тырышасағын белдерҙе, – тине Радий Хәбиров.
Уның һүҙҙәренсә, Башҡортостандан мобилизацияланған 2,5 мең кеше иҫәпләнгән подразделение командиры уға үҙе мөрәжәғәт иткән.
– Беҙ һөйләшеп килештек. 20 – 21 ғинуарҙа гуманитар ылау юлға сыға, вәғәҙә иткәнебеҙҙең бер өлөшөн булһа ла алып барасаҡбыҙ. Өҫтәүенә, батальондар беҙҙән һорағанды ла үтәргә тейешбеҙ. Бөтә кәңәшселәрем дә Азат Бадрановтың ҡул аҫтында эшләйәсәк, – тине Башҡортостан Башлығы.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лира Иғтисамова махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү сараларын тормошҡа ашырыу барышы тураһында һөйләне. Билдәле булыуынса, республикала әле хәрбиҙәр һәм уларҙың ғаиләләре өсөн 33 сара ғәмәлдә. Уларҙың бөтәһенән дә кешеләр әүҙем файҙалана. Радий Фәрит улы, был ярҙам ваҡытында һәм тулыһынса күрһәтелергә тейеш, тине.
"Беренсе канал"дың “Аш бүлмәһендә бөтә ил менән йырлайбыҙ” тигән проектында Башҡортостан вәкилдәре лә ҡатнашты һәм еңеү яуланы. Улар – Бөрө ҡалаһынан 91 йәшлек Валентина Петровна менән Кулагиндар ғаиләһе. Ғаилә “Калинушка” тигән фольклор ансамбле булдырған. Еңеүселәр өс миллион һум аҡса отто.
Кәңәшмәлә Радий Хәбиров еңеү яулаған коллективты республика кимәлендә билдәләргә ҡушты.
– Уларға рәхмәт әйтергә, билдәләп үтергә кәрәк, республикабыҙҙы илгә таныттылар, – тине Радий Хәбиров һәм мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡоваға тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин белдереүенсә, республикала коронавирус инфекцияһы менән сирләү кәмей башлаған. Рәсәй Хөкүмәтенең координация үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы ете көндә 839 сир осрағы асыҡланған, был алдағы аҙна менән сағыштырғанда 62 процентҡа әҙерәк.
– Сирләп дауаханаға ятыусылар һанының да кәмеүен билдәләйбеҙ. Бер аҙна эсендә был күрһәткес 39 процентҡа аҙайған. Әле йоғошло сирҙәр госпиталдәрендә коронавирусты дауалау өсөн 330 урын булдырылған, уларҙың 27 проценты буш, – тине министр.
Кәңәшмәлә шулай уҡ республикала түмәр-солоҡ умартасылығын үҫтереү тураһында һөйләшеү булды. Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы республика Башлығы ҡушыуы буйынса түмәр-солоҡ умартасылығына ярҙам программаһы проектын әҙерләгән.
Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов Башҡортостан тауар балын етештереү буйынса алдынғы төбәк булыуын, уның Рәсәй баҙарындағы өлөшө 10 процент тәшкил итеүен билдәләне. Республикала бөтәһе 12 меңдән ашыу кеше умартасылыҡ менән шөғөлләнә, улар 300 меңдән ашыу бал ҡорто күсе тота.
– Программаның маҡсаты – боронғо кәсеп түмәр-солоҡ умартасылығын тергеҙеү һәм туристик маршруттар булдырыу иҫәбенә башҡорт бал ҡорто популяцияһын арттырыу. Умартасыларыбыҙ был программаны көткәйне, уны тормошҡа ашырыуға 2023 йылда республика ҡаҙнаһынан 20 миллион һум бүленде. Улар түмәр умарталарҙа йәшәргә һәләтле башҡорт тоҡомло бал ҡорто ғаиләләрен, бал ҡорттары пакеттарын һәм инә ҡорттарҙы, түмәрҙәр һәм техника һатып алыуға йүнәлтеләсәк. Бөгөнгә Белоретта түмәрҙәр етештереү буйынса предприятие асылған. Үкенескә күрә, уларҙы әҙерләү буйынса дәүләт стандарттары юҡ, беҙ үҙебеҙ тейешле тәҡдимдәр әҙерләйбеҙ. Солоҡ балын һәм бал ҡорто тоҡомон генетик яҡтан лаборатор тикшереү ҙә субсидиялана, – тине Илшат Фәзрахманов.
Радий Хәбиров субсидиялау өсөн төп шарт: аутентик башҡорт солоҡ бал ҡортоноң булыуын айырым билдәләргә ҡушты.
25 февралдә Өфөлә Башҡортостан умартасыларының сираттағы форумы уҙа. Унда түмәр-солоҡ умартасылығына ярҙам итеү буйынса республика программаһының презентацияһы була.
Бынан тыш, кәңәшмәлә республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин Уҡытыусы һәм остаз йылы сиктәрендә үткәрелгән саралар тураһында һөйләне. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова мәшғүллекте һаҡлау өсөн башҡарылған эштәрҙе, ә “Өфөгормолзавод” ойошмаһының генераль директоры Илдар Фәйзуллин һөт баҙарындағы хәл-торошто бәйән итте.
Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА