Кисә Иглин районында 10 йәшлек ҡыҙға эт ташланған, тип яҙҙылар яңылыҡтарҙа. Бала магазинға барғанда тарый был киҫкен хәлгә. Үҙаллы йөрөгән уҫал йорт хайуанынан саҡ ҡасып ҡотола ҡыҙ.
Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса Иглин район-ара тәфтиш бүлеге тарафынан "Һаҡһыҙлыҡ буйынса һаулыҡҡа ауыр зыян килтереү" статьяһына ярашлы енәйәт эше асылған.
Зыян күргән ҡыҙ әле дауаханала. Табиптар әйтеүенсә, эт уның бит-башын ныҡ яралап өлгөргән. "Ҡыҙҙың бите ныҡ йәрәхәтләнгән, уны 11 урындан тегергә тура килде, КТ тикшереүе үткәрелде. Бәләкәй пациенттың хәле уртаса ауырлыҡта тип баһалана. Дауаланыу дауам итә",- тип хәбәр иткәндәр Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.
Ҡала дауаханаһында бала атаһы ҡарамағында. Ғаилә күп балалы, өйҙә тағы өс ҡыҙ бар, улар туғандарының һауығып сығыуын түҙемһеҙләнеп көтә.
"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, этте приютҡа алып киткәндәр, ул артабан күҙәтеү аҫтында буласаҡ.
Фото:bash.news