Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Ғинуар 2023, 09:30

Шул кәрәк һиңә, апай...

Яҙмыш уның матурлығын юҡ итте.

rusovok.ru
Фото:rusovok.ru

Апайым бәләкәй саҡтан сибәр булды. Бер әсә менән атанан тыуғанбыҙ, тик ул миңә ҡарағанда күпкә һылыуыраҡ, һомғолораҡ ине. Бәләкәйҙән ул үҙенең матур икәнлеген яҡшы белде һәм бының менән бик оҫта файҙаланды. Кем матур ғына баланың һорау-теләктәрен үтәмәһен инде?! Балалыҡ менән бер аҙ йәнем көйөп, ҡайһы берҙә көнләшһәм дә, быға әллә ни иғтибар итмәҫкә тырыштым.

Ә бына танауға еҫ инә башлағас, ысын проблемалар башланды. Сибәр апайыма ғашиҡ булмаған егеттәр ҡалманы. Кемде теләй, шуны “һә” тигәнсә үҙенә ҡаратып ала торғайны. Апайым менән бергә булһаҡ, миңә егеттәр менән танышыуға бер мөмкинлек тә булманы, барыһы ла тик уны күрҙе. Юҡ, мин дә төшөп ҡалғандарҙан түгел, йәмһеҙ ҙә түгелмен, тик бына апайымдың һылыулығы барыһының да күҙен томалай ҙа ҡуя шул. Шуға күрә унан ситләшеп, әхирәт ҡыҙҙарым менән йөрөй башланым. Тик бында ла Ғәлиә апай тынысланманы. Ул барыбер яңылыш ҡына килеп сыға ла минең егеттәрҙе шунда уҡ үҙенә ҡаратып ала ине.

Ҡайтып илайым, әсәйемә һөйләйем. Әсәйем уның менән һөйләшеп ҡарай, ә ул яурынын ғына һикертә. “Үҙҙәре миңә ҡарай бит, мин бер нимә лә эшләмәйем, уларҙың кәрәге юҡ”, – тип көлә.

Был хәл бар үҫмерлек осоронда күңелемде өйкәп торҙо. Шулай ҙа нисек тә булһа үҫеп еттек. Мин үҙебеҙҙең ҡалала уҡыу йорттары булһа ла, баш ҡалаға уҡырға киттем. Әлбиттә, был апайымдан йырағыраҡ булыр өсөн шулай эшләнде. Һәм бик дөрөҫ аҙым булды. Институтта уҡыған йылдарҙа һәйбәт кенә егет менән таныштыҡ. Йыл ярым самаһы матур итеп дуҫлашып йөрөгәндән һуң, уртаҡ киләсәк, өйләнешеү тураһында уйлай башланыҡ. Ул мине тыуған яғына алып ҡайтып ата-әсәһе менән таныштырҙы. Яңы йыл алдынан уны алып ҡайтып таныштырырға минең дә сират етте. Апайым арҡаһында бер аҙ тулҡынланһам да, һөйгәнемә ышанып, уны туғандарым янына алып ҡайттым.

Уны күреп ҡалыу менән Ғәлиә апайым үҙенекенә тотондо. Күҙҙәренә ҡарап йылмая, үтеп киткәндә яңылыш ҡына ҡағыла. Асыҡтан-асыҡ эш итмәһә лә, уның үҙен өҫтөн тойоуы, егетемдең уға булған иғтибары оҡшай ине. Ышанаһығыҙмы-юҡмы, килеүенең икенсе көнөндә һөйгәнем мине ташланы!

– Ғәфү ит, апайың нығыраҡ оҡшаны, – булды һүҙе.

Шул саҡтағы ғәрләнеп илауҙарым. Юҡ, әлбиттә, Ғәлиәгә ул һис тә кәрәк түгел ине. Мине ташлау менән уға ҡарата булған иғтибары юғалды. Әсенеп-әсенеп илауыма иһә: “Хәҙер ташлашыуы яҡшыраҡ, барыбер ышаныслы кеше түгел ине бит”, – тигән булды.

Апайыма ныҡ үпкәләнем ул саҡта. Ике йыл самаһы бөтөнләй аралашманым уның менән. Әсәйемдең өгөтләүе буйынса ғына кире дуҫлашып киттек. Икебеҙ ҙә 25-те үткәнбеҙ, тынысландыҡ, әҙерәк аҡыл да ултырғандыр. Апайым башҡаса улай ҡыланманы, мин дә тәүге бәхетһеҙ мөхәббәттән һуң етди мөнәсәбәттәр тураһында уйламай башланым. Ә Ғәлиәнең ул саҡта йөрөгән егете булды, эштәре өйләнешеүгә табан барғаны аңлашылды.

Көтмәгәндә апайым әхирәте менән аварияға эләкте. Уларҙың машинаһына иҫерек водитель килеп бәрелеп, ҙур бәлә яһай яҙҙы. Водитель урында йән бирҙе, апайым менән әхирәте ауыр хәлдә дауаханаға оҙатылды. Шөкөр, икеһе лә иҫән ҡалды. Әхирәтенең эске ағзалары зыян күрһә, апайымдың... йөҙө. Бәрелеш тап уның матур битенә тура килә, маңлай һөйәктәре, танауы һына, быяла йөҙөн тиҫтәләгән урындан йәрәхәтләй.

Дауаханала байтаҡ ятырға тура килде уға. Тәүге ай йөҙөнән бинттар төшмәне, ә яралары төҙәлә башлағас, уларҙы алдылар һәм бөтәһе лә “ах” итте. Ғәлиәбеҙҙең матур йөҙөнән бер нимә лә ҡалмаған. Буйынан-буйына яра эҙе, кәкрәйгән танау, йөҙөнөң бер яртыһы өҫтәрәк, икенсеһе аҫтараҡ, алмалай ирендәре бер нисә урындан йыртылып тегелгән... Ҡыҫҡаһы, бер мәлдә ул сибәркәйҙән бик ямаҡ кешегә әйләнде лә ҡуйҙы. Ғәлиәнең илауҙары. Апайым ныҡ көйөндө, ҡайғырҙы, депрессияға һалышты. Инде өйләнешәбеҙ тип йөрөгән егете лә, уның ҡиәфәтен күргәс, ташланы. Шул саҡта “Әле ташлауы яҡшы инде, барыбер ышаныслы кеше булмаҫ ине” тип әйткем килде лә бит, телемде саҡ тыйҙым.

Эйе, нисек кенә оят булмаһын, кешеләргә белдермәһәм дә, был хәлгә эстән мин ҡыуандым. Башымдан насар уйҙарҙы ҡыуырға тырышһам да, булмай, күңелемдең бер мөйөшөндәге тауыш тантана итә: “Ул хәҙер сибәр түгел, ул башҡаса минең һөйгәнемде тартып ала алмаясаҡ!”

Бар көсөмдө һалып, апайыма ярҙам итергә тырышам. Йөҙөн нисек тә матурайтыр өсөн операция эшләргә кәрәк, бының өсөн аҡса йыйышам. Уға рухи яҡтан терәк булырға теләйем. Ул әле шул тиклем төшөнкөлөккә бирелгән, йәшәгеһе лә килмәй. Нимәләр генә эшләһә лә, элекке матурлығын ҡайтара алмаҫы билдәле. Быны үҙе лә аңлай һәм ныҡ бошона. Егеттәр, дуҫтары менән аралашмай, эшен ташланы, өйҙән сыҡмаҫ булды. Бар туғандар уны ҡеүәтләп торабыҙ, әммә эстән генә “Шул кәрәк һиңә, апай” тигән уй китмәй.

 

(Стәрлетамаҡта йәшәгән ҡыҙҙың һөйләгәндәре).

Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА

Читайте нас: