Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Ғинуар 2023, 07:00

"Тамадаларға һирәк эләккән юбилейҙы үткәрҙем..."

Миҙалды магазиндар буйлап эҙләп таба алмағас, Радмир хәйләгә бара.

"Тамадаларға һирәк эләккән юбилейҙы үткәрҙем..."
"Тамадаларға һирәк эләккән юбилейҙы үткәрҙем..."

Ошо көндәрҙә Ейәнсура районының Башҡорт Үргене ауылында ғүмер йомғағын һүткән мәғариф ветераны Хөрмәт Фәхретдинов 90 йәшлек юбилейын үткәрҙе. Хөрмәт Хөснөлхаҡ улы ғүмере буйы мәғариф тармағында эшләгән, ябай уҡытыусынан мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһына хәтлем үрләгән.

Билдәле режиссер һәм артист Радмир Дәүләтбәковҡа мәртәбәле кисәне алып барыу бәхете тәтегән. Ошо уңайҙан сәнғәт эшмәкәре “Бәйләнештә” селтәрендә үҙенсәлекле хәбәр менән уртаҡлашҡан.

"Тамадаларға бик һирәк эләккән юбилейҙы үткәрҙем, – тип яҙған Радмир Дәүләтбәков. – Шуныһы ҡыҙыҡ, миҙалды магазиндар буйлап эҙләп таба алмағас, 60 һанын әйләндереп, 90 итеп тапшырҙыҡ. Шәп бит!

90 йәшлек юбилейығыҙ менән Хөрмәт олатай! Бәхетле ҡартлыҡ һеҙгә!"

Фото: Радмир Дәүләтбәков.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: