Һәр беребеҙҙең тормошондағы иң күңелле байрамдарҙың береһе – Яңы йыл, үҙ сиратында, Иҫке Яңы йыл да артта ҡалды. Ә уға хәтлем һәр кем баҙарға ашығып, иң ҡупшы шыршыны һатып алып, өйөнөң түренә ултыртҡайны. Хәҙер бына ошо шыршылар үҙенең бурысын тулыһынса үтәне. Артабан уларҙы ҡайҙа итергә? Ташларға берүк ашыҡмағыҙ!
Бүздәк районы хакимиәте башлығы Илнур Иғдиев “Бәйләнештә” социаль селтәрендә былай тип яҙған:
"Быйыл Бүздәк районы халҡына шыршыларын ташламаҫҡа, ә ҡайтанан эшкәртеү урынына килтерергә тәҡдим иттек. “Шыршыны – эшкәртеүгә!” экологик акцияһын “Экология – Т” төбәк операторы ойошторған. Район үҙәге Бүздәк ауылының В. Әхмәҙиев урамы, 2 йорто янындағы ҡабул итеү пунктына килеп, шыршыларын тапшырыусылар күп булды. Беҙҙә бындай акция тәүге тапҡыр үткәрелде. Уны йыл һайын уҙғарырға уйлайбыҙ.
Әйткәндәй, шыршыларҙы ҡабул итеү пункттары баш ҡалала ла, республикабыҙҙың район-ҡалаларында ла эшләй.
Фото: Илнур Иғдиев.