Ике йыл элек Баймаҡ ҡалаһы “Баймаҡ.Яңырыу еле” проекты менән “Бәләкәй ҡалаларҙы һәм тарихи биләмәләрҙе үҫтереү” Бөтә Рәсәй конкурсында еңде. Ике йыл дауамында ҡаланың үҙәк майҙаны танымаҫлыҡ итеп төҙөкләндерелде һәм ҡала халҡының ғына түгел, район ҡунаҡтарының да ял итеү урынына әүерелде.
Баймаҡ ҡалаһы мэры Радмир Иҫәнбаев белдереүенсә, проектты тормошҡа ашырыу ике этапта башҡарылған. Эштәр федераль, республика һәм хәйриә фонды ярҙамында атҡарылған.
– Проект сиктәрендә ҡуйылған маҡсатҡа өлгәштек: ҡаланың яңы йәмәғәт киңлектәре селтәрен, “Башҡорт ихаталары”н, 3-сө мәктәп янындағы яңы скверҙы, “Баймаҡтың алтын ҡулсаһы” йәйәүлеләр зонаһын, йәштәр аллеяһын һәм “Дельпицца” кафеһы эргәһендәге фудкортты бәйләгән абсолют яңы үҙәк майҙан булдырылды, – ти Радмир Фитрат улы.
Тәүге этаптағы төҙөлөш эштәренең генераль подрядсыһы булып Өфө ҡалаһының “Уралспецстрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте сығыш яһаған. 2021 йылда төҙөлөш эштәренә 77 миллион һум аҡса бүленһә, шуның 50 миллион һумы – федераль, ҡалғаны республика бюджетынан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәүге этапта төҙөүселәр тарафынан эште атҡарып сығыу тотҡарланған һәм бер ни тиклем иҫкәртеүҙәр ҙә булған. Хәйер, был эштәрҙең барыһы ла йәмғиәт эшселәре тарафынан ҡайтанан башҡарылған.
2022 йылда “Рефстройпроект” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән муниципаль килешеү төҙөлә, улар тарафынан тиҙ арала проектҡа ярашлы эштәр тормошҡа ашырыла. Был йылда бөтәһе 83,4 миллион һум аҡса бүленә, шуның 27 миллионы – федераль, ҡалған 56,4 миллион һумы республика бюджетынан. Был юлы ла эшләнеп бөтөлмәгән эштәр бар, уларҙың барыһы ла ағымдағы йылдың 30 апреленә тиклем тамамланырға тейеш. Шулай уҡ быйыл амфитеатрҙы йөҙләү, автомобилдәрҙе ҡуйыу урыны эшләү өсөн республика ҡаҙнаһынан 14,8 миллион һум аҡса бүленәсәк. Был эштәрҙең барыһын да “Рефстройпроект” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тормошҡа ашырасаҡ, улар менән ҡайтанан килешеү төҙөлгән.
Баймаҡ ҡалаһы ҙур түгел, бындағы төҙөлөштәр башлыса совет осоронда башҡарылған. Шуға күрә тораҡты ҙур үҙгәрештәргә алып килгән, үҙәк майҙанды танымаҫлыҡ итеп яңыртҡан, өр-яңы заманса һулыш биргән федераль программала ҡатнашып, ошо ғәйәт ҙур һәм кәрәк проектта еңеп сығыу, уны тормошҡа ашырыу, ысынлап та, халыҡҡа оло бүләк булды. Проект ҡаланы матурларға һәм заман талаптарына яуап биргән, барлыҡ шарттар тыуҙырылған бынамын тигән ял итеү урынына әйләндерергә мөмкинлек биргән. Бөгөн Баймаҡ яңыса үҫеш ала, заман менән йәнәш атлай һәм төбәктең иң төҙөк һәм матур ҡалаларының береһенә әйләнә бара.
Проект биләмәһендә төрлө комбинациялы өс яҡтыртыу тибы билдәләнгән. Аҫтан юлдарҙы һәм ағастарҙы яҡтыртҡан локаль ҡулайламалар, парк зоналары, майҙансыҡтар, ял итеү урындары өсөн уртаса бейеклектәгеләре һәм транзит биләмәләре өсөн бейек, ҡеүәтле урам фонарҙары ҡуйылған.
Бетондан эшләнгән амфитеатрҙа кешеләр үҙ-ара аралаша, теләгәндәр ял итә, уҡый, тирә-яҡты күҙәтә ала.
Барлыҡ төҙөкләндереү элементтарының һаҡланыуын тәьмин итеү маҡсатында ҡаланың Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте менән бәйләнеш булдырылған һәм тауыш колонкалары булған яңы видеокүҙәтеү системаһы ҡуйылған.
Хәйриә фонды аҡсаһы иҫәбенә майҙандың үҙәк өлөшөндә төрлө төҫтәр менән һуғарылған, айырыуса кисен матур күренгән яңы ҡоро фонтан төҙөлгән. Уның янында ҡала халҡы һәм ҡунаҡтарына хәбәр итеү системаһы аша трансляцияланған күңелгә яҡын йырҙар тыңлап, мәҙәни ял итеү мөмкинлеге тыуҙырылған.
Баймаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Әлфирә Ишҡыуатова әйтеүенсә, яҙҙан үҙәк майҙандың өҫкө ярусында рулонлы газондан бик күп йәшел зоналар барлыҡҡа киләсәк. Былтыр бында ҡаланы йәшелләндереү маҡсатында үҫемлектәр ултыртылған, улар төбәктең климат шарттарын иҫәпкә алып һайланған. Миләш, декоратив муйыл ағастарынан тыш, кедр үҫентеләре лә бар. Әгәр ҙә кедр ағастары Баймаҡ тупрағын үҙ итеп, үҫеп китһә, яҙҙан уларҙы күпләп ултыртыу күҙаллана. Үҫемлектәргә, сәскәләргә һәм ағастарға даими һыу ҡойоп тороу өсөн яңы һуғарыу системаһы төҙөлгән.
– Үҙәк майҙандың төп биҙәге булған сәхнә-арка сафҡа инеү менән бер нисә мәҙәни сара ойошторолған. Иң ҙур сараларҙың береһе булып үҙәк майҙанда Яңы йыл байрамы үткән. Тиҙҙән “Ҡышты оҙатыу” сараһын ойоштороу көтөлә. Әйткәндәй, эш көндәрендә сәхнә-арканы павильон сифатында файҙаланырға мөмкин, – ти Әлфирә Хөсәйен ҡыҙы.
Шулай уҡ муниципаль район хакимиәте бинаһы артындағы биләмә уңайлы күп функциялы ҡала баҡсаһына әйләндерелгән. Бында фотосессиялар, ландшафт фестивалдәре, экологик һуҡмаҡ буйлап сәйәхәттәр, өҫтәл уйындары (шахмат һәм шашка) үткәрергә мөмкин.
Киң плитәләрҙән торған тротуарҙар буйлап ҡала баҡсаһынан бер-бер артлы һаҡсылар кеүек теҙелгән ҡарағастар ултыртылған йәйәүлеләр өсөн юлдар ҡунаҡтарҙы Иван Пименов урамындағы аллеяға, ҡаланы ял паркы менән тоташтырған урамға, Салауат Юлаев исемендәге мәҙәниәт һарайына алып бара.
Баймаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Радмир Иҫәнбаев, уның урынбаҫары Әлфирә Ишҡыуатова менән үҙәк майҙандағы илаһи матурлыҡты күреү, балаларҙың рәхәтләнеп бәүелсәктә бәүелгәндәрен, эскәмйәләргә ултырып шаярышып алыуҙарын, шахмат таҡтаһы янында туҡталып алышта үҙҙәрен һынап ҡарауҙарын күҙәткәндән һуң, ысынлап та, баймаҡтар өсөн “яңырыу еле” яңыса һәм заманса үҙгәрештәргә килтергәнен тойҙоҡ, быға үҙ күҙҙәребеҙ менән шаһит булдыҡ. Һанаулы ғына айҙарҙан төрлө төҫтәрҙә балҡып фонтан да урғылһа, ҡала халҡы өсөн икеләтә шатлыҡ һәм ҡыуаныс буласаҡ. Тик баймаҡтарға булғандың ҡәҙерен белергә, уларға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләргә, боҙмаҫҡа, емермәҫкә, иң мөһиме – мәҙәни ял итергә өйрәнергә ҡала.
Кәримә УСМАНОВА
Баймаҡ ҡалаһы.