Һеҙ ҡышты яратаһығыҙмы, өшөгәнегеҙ бармы? Бына хеҙмәттәшебеҙ, шағирә, “Ағиҙел” журналы хеҙмәткәре Гөлнара Хәлфетдинова һыуыҡ көндәрҙе яратмай икән. Ошо хаҡта ул “Бәйләнештә” социаль төркөмөндәге сәхифәһендә уртаҡлашҡан.
“Көндәр йылынғас, кәйеф икенсе. Иң яратмаған нәмәм – көн һыуығы. Минең бит ҡарт олатайым Хәлфетдин аслыҡ ваҡытында әҙерәк булһа ла икмәк йә онға алмаштырып булмаҫмы тип, ат егеп үҙе эшләгән көйәнтә, мискә һәм башҡа нәмәләрен тейәп Магнит баҙарына китеп барышлай юлда туңып үлгән. Ас та булғандыр инде. Ҡаты һыуыҡтарҙа һәр ваҡыт эске бер паникаға төшәм, генетик хәтер шулай ҡурҡыталыр, бәлки.
Элек юлһыҙ саҡтарҙа ауылға ҡайтҡанда ҡыш көнө лә өшөп-туңып йәйәү атлаған саҡтар булды. Белорет вокзалынан бер ваҡыт бер төркөм Хәмит, Мәйгәште йәштәре, автобусҡа һыймай аптырап торғанбыҙ микән, юлда йәлләп, бер ағас ташый торған йөк машинаһы ултыртып алды. Ағас ташый торған машинаны күргәнегеҙ бармы икән, кузов урынына арҡыс торҡос тоташҡан тимер таҡтамы, торбамы шунда. Шул таҡталарҙы ҡосаҡлап, сумканы ла төшөрөп ҡалдырмай Үҙәнбашҡа тиклем барҙыҡ ул. Ҡаты һыуыҡ көн ине. Буран. Нисек шыуып төшөп ҡалмағанбыҙҙыр.
Ә инде Ҡаҙмаш туҡталышында, Асҡарға медицина тикшереүе үтергә барам тип, етенсе класта Мәҙинә менән ике сәғәт -40 градус һыуыҡта автобус көтөп тороп танауҙы туңдырыуым үҙе бер тарих. Автобус бына килә, бына килә, тип тик торғанбыҙ. Мәҙинә “танауың ап-аҡ булған” тигәс, тотоп ҡараһам, бер нимә лә һиҙмәй. Ҡурҡыштан, тергеҙәм тип, үтә тотоп иҙгесләп бөткәнмен. Танауым ҡап-ҡара булып ҡуптарылып төштө аҙаҡ. Йүнәлеп алғанса мәктәптә оялып ҡына йөрөнөм. Шунан бирле һыуыҡта битем өшөй, күҙҙән йәш ҡойола, һыуыҡҡа аллергия булып ҡалған. Эй-й, иҫләһәң, һыуыҡҡа бәйле тарихтар күп инде, бер яйлап тағы яҙырмын әле”, – тип яҙған ул.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: vk.com/g.khalfitdinovaф