Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Ғинуар 2023, 19:00

500 меңенсе пассажир

Былтыр Башҡортостанда ҡала яны поездары 3,5 миллион пассажир ташыған.

500 меңенсе пассажир
500 меңенсе пассажир

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә “Орлан” поезын йәнә телгә алды.

“Антон Артищев беҙҙең “Орлан” ҡала яны поезының 500 меңенсе пассажиры тип билдәләнде. Бөгөн иртән ул хәләл ефете менән Ырымбурға юлланғайны.

Мәғлүм булыуынса, Өфөнән Күмертауға Көньяҡ экспресты 2021 йылдың апрелендә сафҡа индергәйнек. Ул шунда уҡ пассажирҙар араһында танылыу яуланы. Сентябрҙә уны Ырымбурға тиклем оҙайттыҡ.

Һуңыраҡ “Орлан”ға “Ҡарлуғас”ты өҫтәнек.Ул Көнбайыш экспресс маршруты буйынса – Өфөнән Абдуллаға һәм Абдулланан Өфөгә йөрөй.

Былтыр декабрҙә, вәғәҙә иткәнсә, Көнсығыш экспресты ғәмәлгә индерҙек. Ул көн һайын Өфө менән Белорет араһында йөрөй.

2022 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостанда ҡала яны поездары 3,5 миллион пассажир ташыған – был элгәре йылға ҡарағанда 18 процентҡа күберәк. “Рәсәй тимер юлдары” менән бергә күсмә составты яңыртыу йәһәтенән эште дауам итәбеҙ. Сәфәрҙәр тиҙ һәм уңайлы үтә, хеҙмәттәрҙең сифаты яҡшыра.

Барығыҙға ла уңыштар теләйем!” – тип яҙған Радий Хәбиров

Фото: vk.com/radiyhabirov

Сығанаҡ: vk.com/radiyhabirov

 

500 меңенсе пассажир
500 меңенсе пассажир
500 меңенсе пассажир
500 меңенсе пассажир
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: