Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Ғинуар 2023, 08:00

Ҡабаланғанда бешерергә икмәк рецебы

"Кисә өйҙә сүпрә булмау сәбәпле, кистән икмәккә баш болғап ята алманым. Иртәнсәк магазиндан бара һалып алып..."

Ҡабаланғанда бешерергә икмәк рецебы
Ҡабаланғанда бешерергә икмәк рецебы

Интернетҡа инһәм, танышым Фәнүзә Хәсәнова яҙған:

"Ҡыҙҙар-йондоҙҙар, ҡабаланғанда еңел һәм тиҙ генә бешереп алыу өсөн икмәк рецебы таптым. Бәлки, берәйһенә кәрәге тейер.
Кисә өйҙә сүпрә булмау сәбәпле, кистән икмәккә баш болғап ята алманым. Иртәнсәк магазиндан бара һалып алып, бешереп ҡараным. Бына ошолай килеп сыҡты", - тигән ул.

Сүпрә - 11 грамм

Йылы һыу - 400 миллилитр (ике стакан)

Тоҙ - ике балғалаҡ

Он - 700 грамм тирәһе.

"200 миллилитр һыуҙа сүпрәне иҙеп, 15 минутҡа ултыртып торҙом. Шунан тағы 200 миллилитр һыу өҫтәп, тоҙ һәм он һалып ҡамыр баҫтым. Икмәк бешереү һауытын майлап, ҡамырҙы һалып, өҫтөн аҙыҡ-түлек полиэтилен япмаһы менән, тағы ла таҫтамал яптым. Бер сәғәттән мейескә ҡуйҙым һәм 220 градус эҫелектә ярты сәғәт бешереп алдым (250 градус эҫелектә - 10 минут). Һауытынан алып, таҫтамал ябып һыуытып алдым да сәй табынына телеп тә ултырттым. Ҡыҙҙарым менән яңы бешкән икмәк менән һыйландыҡ", - тигән Фәнүзә.

Бешереп ҡарайыҡмы?

Ф. Хәсәнова фотоһы.

Ҡабаланғанда бешерергә икмәк рецебы
Ҡабаланғанда бешерергә икмәк рецебы
Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: