Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Ғинуар 2023, 18:30

Баҡсасылар февралдә йыйыласаҡ

Былтыр форумдан һуң төҙөкләндереүгә 116,6 миллион һум аҡса бүленде

Баҡсасылар февралдә йыйыласаҡ
Баҡсасылар февралдә йыйыласаҡ

Смарт-баҡсасы форумы быйыл 17 – 18 фералгә планлаштырылған. Сарала баҡсасылар ширҡәттәре етәкселәре, район һәм ҡала хакимиәттәре вәкилдәре саҡырыла.

- Беренсе форумды баҡсасылар бик һөҙөмтәле тип билдәләне. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡарары менән баҡса ширҡәттәренә юл һалыу, электр сымын төҙөкләндереүгә 116 миллион һум аҡса бүленде. Һөҙөмтәлә 79 баҡсаға илткән юлдар йүнәтелде. Быйыл иһә баҡсасылар дәүләт ярҙамы, юридик һәм иҡтисади мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса бушлай ярҙам алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Шулай уҡ төрлө эксперттар консультациялар үткәрәсәк, - тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары - Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

Фото Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығы сайтынан алынды.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: