Йәмғиәт
18 Января 2023, 12:00

“Быйылғы кеүек сатлама һыуыҡтар 1979 йылдан алып булғаны юҡ ине..."

Бөгөн “Башинформ” агентлығында был ҡырҡыу социаль проблема буйынса матбуғат конференцияһы үткәрелде.

“Быйылғы кеүек сатлама һыуыҡтар 1979 йылдан алып булғаны юҡ ине..."“Быйылғы кеүек сатлама һыуыҡтар 1979 йылдан алып булғаны юҡ ине..."
“Быйылғы кеүек сатлама һыуыҡтар 1979 йылдан алып булғаны юҡ ине..."

Бөгөн “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында был ҡырҡыу социаль проблема  буйынса матбуғат конференцияһы үткәрелде.

Проблеманың асылы – республиканың муниципаль берәмектәрендә сатлама һыуыҡтарҙа электр энергияһы системаһындағы авариялар һәм артабан уларҙы булдырмау буйынса күрелгән саралар. Спикерҙар сифатында Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрының беренсе урынбаҫары Тимур Герасимов, Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең Социаль коммуникациялар буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Дмитрий Черенков, Өфөнөң Октябрь район хакимиәте башлығы Сергей Плотников, Иглин район хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова, Өфө район хакимиәте башлығы Вилорий Угаров, шулай уҡ электр селтәре ойошмалары етәкселәре сығыш яһаны.

Яңы йыл байрамы көндәрендә температурының ғәҙәттән тыш түбән булыуы арҡаһында ҡайһы бер урындарҙа электр тәьминәте туҡтап торҙо, һөҙөмтәлә халыҡтан күп ялыуҙар килде. Республика етәксеһе Радий Хәбиров кешеләрҙең был ризаһыҙлығын ғәҙел тип атаны һәм тейешле ойошмаларға мәсьәләне кисекмәҫтән хәл итергә ҡушты.

Дмитрий Черенков әйтеүенсә, ваҡытлыса электр утынан мәхрүм ҡалыу бигерәк тә Өфө һәм Иглин районы ауылдарына хас, сөнки уларҙа халыҡ һаны арта бара. Өфө районында, мәҫәлән, Вилорий Угаров билдәләгәнсә, йыл һайын дөйөм майҙаны  300 мең самаһы квадрат метр булған торлаҡ йорттар төҙөлә, тимәк, электр селтәренә лә көсөргәнешлек артҡандан арта бара.

“Быйылғы ҡыштағы кеүек сатлама һыуыҡтар 1979 йылдан алып булғаны юҡ ине, 7 ғинуарҙан алып 12-нә саҡлы республикала минус 40 градусҡа тиклем һыуытты, айырым райондарҙа 45 градусҡа тиклем төштө, был энергетика системаһында эшләгәндәр өсөн ҙур хеҙмәт көсөргәнешлеге тыуҙырҙы”, – тине Тимур Герасимов.  Уның әйтеүенсә, электр уты дүрт сәғәттән ашыу булмай торһа, был ғәҙәттән тыш хәл тип ҡабул ителә, электриктарҙың өҫтәмә бригадалары эшкә сығарыла.

Иглин районында 16 мең йорт хужалығына газ әле үтмәгән, уларҙы хужалары электр уты менән йылыта, был да, тәбиғи, селтәргә көсөргәнеште арттыра.

Электр энергияһын рөхсәтһеҙ ҡулланыуға ҡаршы ла көрәш бара. Конференцияла билдәләүҙәренсә, ҡулланылған энергияның 30 проценты самаһы был хеҙмәтләндереү буйынса килешеү төҙөмәгән хужалыҡтарға тура килә. Гүзәл Насирова әйтеүенсә, былтыр Иглин ҡасабаһында электрҙы рөхсәтһеҙ ҡулланған йорт хужалыҡтарына ҡарата 42 акт төҙөлгән.

Фото: “Башинформ”.  

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас