Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Ғинуар 2023, 22:00

Журналистар Исламбайҙа!

Был ауыл халҡы айыҡ тормош яҡлы

Журналистар Исламбайҙа!
Журналистар Исламбайҙа!

 Бөрйәнгә сәфәребеҙҙе дауам итеп, бөгөн "Айыҡ ауыл" конкурсының  муниципаль этабында еңеп, республика кимәленә сыҡҡан Исламбай ауылында булдыҡ. Ауыл менән танышыу  Аҫҡар урта мәктәбенең Исламбай филиалынан башланып китте. Мәктәптә робототехника түңәрәгендә шөғөлләнеүсе малайҙарҙы күрҙек, балалар баҡсаһында ла сабыйҙар байтаҡ булыуы һөйөндөрҙө. Ауылда һөнәрлеләрҙең, йүнселдәрҙең  күп булыуына инандыҡ . Сабата үреү оҫтаһы  91 йәшлек Әхтәм Хәйбуллин да  матур тәьҫораттар ҡалдырҙы. Әле булһа ул мал тота, бесән саба, утын яра, баҡса тултырып йәшелсә үҫтерә, машина йөрөтә. Солоҡсо Морат Бирҙеғолов  ҡортсолоҡ оҫталығы тураһында һөйләне. Алты балалы Розалина һәм Айсыуаҡ Хәйбуллиндар ғаиләһе, һигеҙ һауын һыйыры аҫрап, һөт эшкәртеп, файҙаһын күрә белгән Мәрғиә һәм Тәлғәт Ғәлиуллиндар ҙа яҡташтарына матур өлгө күрһәтә. Был ауылда үҙ эшен асыусылар ҙа күп. Магазинда хәмер һатыу ҙа ят күренеш. Беҙ барған көндө ауылда   күңелле итеп Ғаилә байрамы  үтте. Ауыл ғаиләләре спорт ярыштарында ихлас ҡатнашты. Былар хаҡында гәзитебеҙҙә уҡырһығыҙ. Исламбайҙарға артабан да ауыл мәнфәғәтен хәстәрләп йәшәргә яҙһын.

Автор фотоһы һәм видеоһы.

Журналистар Исламбайҙа!
Журналистар Исламбайҙа!
Журналистар Исламбайҙа!
Журналистар Исламбайҙа!
Журналистар Исламбайҙа!
Журналистар Исламбайҙа!
Журналистар Исламбайҙа!
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: