"Ирәндек" хәйриә фонды тай-тулаҡты менгегә өйрәтеү буйынса видеоконкурс иғлан иткәйне. Уны беҙ ҙә яҙҙыҡ. Миҫал өсөн уларҙың бер видеояҙмаһын ҡуйғайныҡ. Уға комментарийҙар ҙа күп булды. "Атты менгегә улай өйрәтмәйҙәр", "көрттә өйрәтәләр" тигәндәр. Әйткәндәй, конкурсҡа ебәрелгән яҙмалар араһында тап көрттә ат өйрәткәндәре лә бар.
Ә бына интернетта Гөлсирә Нәбиуллина-Һиҙиәтованың бер комментарийына юлыҡтым. Ул элек олатайҙарҙың нисек ат өйрәтеүен яҙған.
"Үә-ә-әт, шәп, ҡыйыу егет. Һай, һа-а-ай", - тиер ине олатам. Егеттең дә егете был улым. Бер әтнәкәһе бар, әйтеп китәйем булмаһа. Бына Бөрйән ырыуында борондан ҡалған йола тураһында яҙып китәйем.
Олатайҙар атты нисек өйрәтергә кәрәклеген әйтеп ултырыр булды. Ҡолонсаҡтар күҙгә куренеү менән бер балаһына атап беркетеп ҡуйырҙар ине. Тай, байталдарҙы, иркен йөрөп яман өйрәнһәләр, ошо улым кеуек өйрәтергә тура килә инде.
Тайҙар баш бирмәй ажарлана. Йылҡыларҙың ҡырҙа йөрөүе лә бер сәбәп. Ә йылҡы малы шул хәтлем аҡыллы, аңлы, көслө бит ул. Үҙенән көслөрәк икәнен һиҙеп йүгәнләтеп, баш бирә ул.
Былай өйрәтеү кемгә нисектер инде, һәр кемдең үҙ ваҡыты булыуы кәрәк. Беҙ ҡыҙҙар бит инде. Ҡолонсаҡ сағынан һыйпап, муйын тирәһен яратып ҡына яҡынлар инек. Шунан усыбыҙға шәкәр йә кәнфит һалып бирәбеҙ. Йылҡы малы шәкәр ярата. Яйлап шулай дуҫлашып, һыйлап тораһың. Шунан ҡолонсаҡтар шәкәр һорап арттан ҡалмай йөрөй башлай.
Шәкәр ашатҡан арала ипләп кенә йүгән кейҙереп өйрәтәһең. Ике-өс айҙан әүрәтеп, яратып ҡына арҡаһына ултырғыстың тушәген һалып йөрөтәбеҙ, шунан яйлап үҙебеҙ ултырып китер инек.
Шул саҡта тайҙар ярһымай ҙа, бик тыныс ҡына өйрәнеп китә. Билендәмәйҙәр, өркмәйҙәр, шул тиклем тыныс булалар.
Аттың холҡо хужаһынан тора, нисек өйрәтеүгә ҡарай. Әлеге лә шул яратып, күберәк иғтибар биреп торор кәрәк һәм кеҫәлә шәкәр шаҡмағын йә кәнфит йөрөтөр кәрәк.
Уңыштар был егеттәргә! Имен-һау өйрәтеп алһындар", - тип яҙған ул.
Фото https://vk.com/st.sibay.domcultura