Бөгөн республика Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы Беларусь Республикаһына килде. Программаға ярашлы, бер нисә, шул иҫәптән Беларусь Премьер-министры Роман Головченко менән эшлекле осрашыу планлаштырыла. Бынан тыш, делегация вәкилдәре сәнәғәт объекттарына һәм мемориаль комплекстарға барасаҡ, быйыл йәй Өфөлә үтәсәк Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең Х форумына әҙерлек барышын тикшерәсәк.
– Делегациябыҙ ҙур, сәфәр программаһы бай, – тине Радий Хәбиров. – Беларусь менән үҙ-ара бәйләнештәрҙе нығытыуҙы дауам итәбеҙ. Ул – беҙҙең күптәнге стратегик партнерыбыҙ. Хеҙмәттәшлегебеҙҙе үҫтереүҙең юл картаһын тормошҡа ашырыу буйынса фекер алышырға, шулай уҡ яңы предприятиеларҙы һәм компанияларҙы Башҡортостанға саҡырырға теләйбеҙ.
Башҡортостан делегацияһы составына республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, беренсе вице-премьер – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов, вице-премьер – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев, вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов, министрлыҡтар, ведомстволар, үҫеш институттары, предприятие, ойошмалар етәкселәре инде.
Радий Хәбиров сәфәр тураһында социаль селтәрҙәге сәхифәһендә лә телгә алды. “Делегациябыҙ Минскиҙа эшен башлай. Беларусь – Башҡортостандың күптәнге ышаныслы стретегик партнеры. Ә белорустар – туғандарыбыҙ!” – тип яҙған ул.
Фото: glavarb.ru, vk.com/wall413272232_960567
Сығанаҡ: glavarb.ru, vk.com/wall413272232_960567