“Айыҡ ауыл” республика конкурсында быйыл Көйөргәҙе районы данын Свободинский ауыл Советына ҡараған Кинйә-Абыҙ ауылы халҡы яҡлай. Улар муниципаль этапта еңеп сыҡҡан. Ауыл Советы башлығы Фәнис Рахманғолов бәйге сараларын ойоштороуға ихлас тотонған. Был хаҡта уның яҡташы Дим Ильясов яҙып ебәргән.
“Кинйә-Абыҙ – Башҡортостан тарихында уникаль ауыл. Уға башҡорт халҡының данлыҡлы улы Кинйә Арыҫланов үҙе нигеҙ һалған. Ил-ҡәүемдәге һәр осор, халыҡтың шанлы үткәне был ауыл яҙмышында ла тәрән эҙ ҡалдырған. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Кинйә ауылынан фронтҡа киткән өс батырға Советтар Союзы Геройы исемен биргәндәр.
Бөгөн дә Кинйә-Абыҙ батырҙары тарихына, рухына тап төшөрмәй. Заман менән бергә атлаған көс-ҡеүәтле, берҙәм кешеләр йәшәй бында. “Айыҡ ауыл”да улар ҙур теләк менән ҡатнаша.
Хакимиәт башлығы Фәнис Рахманғоловҡа килгәндә, уның ошо фотоһына, уҡ-һаҙағына, яугир кейеменә генә күҙ һалығыҙ – барыһы ла үҙе менән, әйтерһең дә, туп-тура яуға йыйынған. Ул, ысынлап та, яуға әҙерләнә, әммә ут менән атҡан һуғышҡа түгел, ә "Айыҡ ауыл" исемен яулау, айыҡлыҡ өсөн көрәшкә. Ҡиәфәте етди, ҡарашы ышаныслы: Кинйә-Абыҙ ауылының бәйгелә еңәсәгендә шиге юҡ: батырҙар ауылы еңмәһә, тағы кем еңергә тейеш?” – тип яҙа Дим Ильясов.
Фото: “Юшатыр” гәзите.