Йәмғиәт
19 Ғинуар 2023, 16:45

Республикабыҙҙа зубр үрсетәләр

"Һүҙ - ғалимдарыбыҙға. Был бик ҡыҙыҡлы проект булыр тип ышанам”.

Республикабыҙҙа зубр үрсетәләрРеспубликабыҙҙа зубр үрсетәләр
Республикабыҙҙа зубр үрсетәләр

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ҡыҙыҡлы проектты телгә алды.

“Был фотоның билдәле бер  мәғәнәһе бар. Бөгөн Белоруссия менән сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлек буйынса фекер алышыу барышында беҙ, минеңсә, бик ҡыҙыҡлы проект – Башҡортостанда зубрҙар популяцияһын булдырыу хаҡында һөйләшеп килештек.

Белоруссиялағы коллегаларыбыҙ беҙгә бер нисә зубрҙы тапшырырға әҙер. Беҙгә иһә уларға беҙҙә йәшәү һәм яраҡлашыу өсөн шарттар тыуҙырырға кәрәк.

Һүҙ - ғалимдарыбыҙға. Был бик ҡыҙыҡлы проект булыр тип ышанам”, – тип яҙған ул.

Текст һәм фото сығанағы: vk.com/wall413272232

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас