

18 ғинуарҙа Өфө хакимиәтендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров баш ҡаланың 450 йыллығын билдәләүгә әҙерлек буйынса эш кәңәшмәһен уҙғарҙы. Юбилей 2024 йылда үтәсәк. Фекер алышыуҙа ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев, республиканың министрлыҡ, ведомстволар һәм төп предприятиелар етәкселәре, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай һәм Өфө ҡала Советы депутаттары, баш ҡаланың район башлыҡтары ҡатнашты.
Кәңәшмә башланыр алдынан төбәк етәксеһе Радий Хәбиров юбилей уңайынан тормошҡа ашырырға күҙалланған проекттар күргәҙмәһен ҡараны. Улар иҫәбендә – “Өфө муйынсағы”н, Өфө ярымутрауының бөтә яр буйын үҙ эсенә аласаҡ йәйәүлеләр туристик һуҡмағын төҙөү. Өфөнөң 450 йыллығына яңыртылған Ҡурсаҡ театры ла тамашасылар өсөн үҙ ишектәрен асасаҡ. Уны быйыл декабрҙә асырға ниәтләйҙәр. Бер үк ваҡытта театр янындағы биләмә лә төҙөкләндерелә.
Былтыр майҙа Көрәш һарайы төҙөлә башланы. Уның составына спорт комплексы һәм өс көрәш залы, 600 квадрат метр майҙанда тренажёр залы, 3,4 мең урынлыҡ амфитеатр менән универсаль спорт-концерт залы, шулай уҡ музей инәсәк. Бынан тыш, Инорста – ишкәкле слалом комплексы, ә Рима Баталова исемендәге республика спорт әҙерлеге үҙәге эргәһендә Башҡортостандың Фехтование үҙәге төҙөлә.
Республика Башлығы шулай уҡ Өфөнөң яңы мәктәптәре төҙөлөшө проекттары менән танышты. Улар Ленин районында, Глумилин-2 биҫтәһендә һәм Дим районында барлыҡҡа киләсәк. Яңы мәктәптәр бөтәһе 3 675 кешене һыйҙыра ала.
Кузнецов затоны биҫтәһендә лә 2 200 урынлыҡ заманса белем биреү учреждениеһы асыла. Башҡортостандың баш ҡалаһында шулай уҡ һәләтле балалар өсөн 350 урынға иҫәпләнгән математика лицейы төҙөләсәк. Бында математика һәм физиканы өйрәнеүҙә айырым уңыштарға өлгәшкән балалар уҡытыласаҡ.
Радий Хәбиров “Көньяҡ ҡапҡа” ҙур инфраструктура проекттарын ғәмәлгә ашырыу һәм Өфөнөң көнбайыш өлөшөндә “Ағиҙел аръяғы” биҫтәһендә инженер селтәрҙәрен төҙөү барышы менән дә танышты. Яңы биләмәне үҫтереү өсөн уны төҙөүҙең берҙәм планы эшләнергә тейеш, тип билдәләне төбәк етәксеһе.
Башҡортостан Башлығы Өфөлә стратегик башланғыстарҙы тормошҡа ашырыу кәрәклеген дә һыҙыҡ өҫтөнә алды. Бында инфраструктураны үҫтереү, ҡыҙыҡлы архитектура ҡарарҙары табыу, заманса социаль объекттар булдырыу, төрлө ваҡиғалар үткәреү инә. Шулай уҡ байтаҡ ҡына спорт объекттары ғәмәлгә индерелесәк, был кешеләр өсөн дә, спортсылар өсөн дә бик кәрәк.
Һуңынан кәңәшмәлә ҡатнашыусылар, алдағы масштаблы ваҡиғаларҙы иҫәпкә алып, ҡала тормошон үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе.
Айрат ШАММАЗОВ, Өфө Ҡала советы депутаты, ҡаланың почетлы гражданы:
– Миңә ғалим һәм Өфө дәүләт нефть техник университетының элекке ректоры булараҡ, Радий Фәрит улының Өфөнөң ҙур халыҡ-ара ғилми үҙәккә һәм студенттар өсөн ҡалаға әүерелеүенә иғтибарын йүнәлтеүе оҡшаны, әлбиттә. Тимәк, беҙҙә уйланыусы, фән менән мауығыусы йәштәр күберәк буласаҡ. Уның өсөн дә шарттар булдырырға кәрәк, бөгөн йәштәр уңайлы шарттарҙа йәшәргә теләй. Унда уҡырға һәм эшләргә генә түгел, матур юлдар буйлап йөрөргә, матур парктарҙа йәки төҙөкләндерелгән ихаталарҙа ял итергә, театрҙарға йөрөргә, концерттар ҡарарға мөмкинлек булырға тейеш. Өфө юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингән һәр егет йәки ҡыҙ республикабыҙҙың баш ҡалаһында ҡалырға, бында ғаилә ҡорорға һәм киләсәген тыуған ҡалабыҙ менән бәйләргә теләргә тейеш.
- Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА