Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Ғинуар 2023, 14:00

Асҡындар ҡаҙыһын да, сохариһын да һалған

Асҡын районы махсус операцияла ҡатнашҡан яҡташ яугирҙәренә тағы ла бер партия посылка ебәрҙе

Асҡындар ҡаҙыһын да, сохариһын да һалған
Асҡындар ҡаҙыһын да, сохариһын да һалған

Асҡын районы махсус операцияла ҡатнашҡан яҡташ яугирҙәренә тағы ла бер партия посылка ебәрҙе. Ирекмәндәр һәм әүҙем кешеләр ярҙамында бөтәһе 43 посылка әҙерләгәндәр. Йыйған әйберҙәр араһында аҙыҡ-түлек, шәхси гигиена әйберҙәре, йылы кейемдәр бар.

Яугирҙәр үтенесе буйынса мунса мейесе, тепловизорҙар, газ баллондары, иретеп-йәбештереү аппараты, ноутбуктар һәм принтер ебәргәндәр.

Урындағы эшҡыуарҙар, ойошмалар коллективы һәм битараф булмаған кешеләр ярҙам күрһәткән.

Шулай итеп, Асҡын районының М.М. Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабына үҙәк мәсеткә йөрөгән кешеләр бал алып килгән, Ҡашҡа ауылы халҡы – ҡаҙы һәм сохари, Урмияҙ, Көнгәк һәм Сурашо ауылдары халҡы – консервалар, аҙыҡ-түлек, гигиена әйберҙәре.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Берҙәм Рәсәй” партияһы майҙансығында М.М. Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабы Башҡортостан Башлығы, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе секретары Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса асылды. Ул “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе һәм урындарҙағы партия бүлексәләре офистарында эшләй.

Штаб махсус хәрби операцияла ирекмән һәм мобилизация буйынса ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙҙың туғандарына, ғаиләләренә социаль, психологик, көнкүреш һәм башҡа ярҙам күрһәтеү маҡсатында булдырылған.

Ирекмәндәр штабы әүҙемселәре адреслы социаль ярҙам күрһәтәсәк. Шул иҫәптән тәүге сиратта кәрәкле әйбер, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар алып килеүҙә, өйҙә һәм хужалыҡта ярҙам итәсәк.

 М.М. Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабына колл-үҙәктең телефоны аша мөрәжәғәт итергә була: 8 800 201 89 03.

Фото: bashkortostan.er.ru.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: