Йәмғиәт
20 Января 2023, 12:00

Атайыңды һаҡла сабый!

Яугир бәпесе тыуыу тураһындағы "бирка"ны алып ҡыуанды

Атайыңды һаҡла сабый!Атайыңды һаҡла сабый!
Атайыңды һаҡла сабый!

 “Башҡорт батальондары” телеграм-каналында бөгөн тағы бер тулҡынландырғыс видеояҙма баҫылды. Мобилизацияланған егеттәрҙең береһенең яңыраҡ улы тыуған икән.

Алмаздың улы ул махсус хәрби операцияға киткәс донъяға килгән. Бер нисә көн элек уның ҡатыны яңы тыуған улы менән дауахананан ҡайтҡан. Шул саҡта ул бәпестең тыуыу тураһындағы “биркаһын” район хакимиәте башлығынан атаһына тапшырыуҙы һораған.

Вәғәҙә үтәлгән, ошо көндә атай кеше өсөн ҡәҙерле “бирка” уға килеп еткән. Был ҡәҙерле аманатты тапшырған саҡты, ул атай өсөн амулет булһын һәм уны һаҡлап йөрөтһөн тинеләр. Хеҙмәттәштәре Алмазды балаһы тыуыуы менән ҡотланы. Мәғлүмәттәр буйынса, егет Татарстандан. 

Фото: скриншот. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас