Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Ғинуар 2023, 21:03

Барыһы ла күсемһеҙ милек тураһында

building.bashkortostan.ru
Фото:building.bashkortostan.ru

“Ауылдағы шәхси йортта йәшәйбеҙ, үҙ хужалығыбыҙ, ер участкабыҙ бар. 2023 йылдан күсемһеҙ милек өлкәһенә ҡағылышлы закондарҙағы үҙгәрештәр тураһында яҙһағыҙ ине.

З. ЗӘЙНИЕВА.

 Ҡариҙел районы”.

 

– 1 марттан, 2022 йылдың 4 июлендә ҡабул ителгән 266-сы Федераль законға ярашлы, Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрынан мәғлүмәттәрҙе һәр кем ала алмаясаҡ. Тимәк, кемдер Берҙәм күсемһеҙ милек реестры белешмәһенә эйә булыу өсөн заказ бирһә, был документҡа милексенең шәхси мәғлүмәттәре индерелмәйәсәк. Белешмәне нотариус аша йәки милексенең үҙенең ризалығы буйынса ғына алырға мөмкин буласаҡ. Бынан тыш, белешмәләге шәхси мәғлүмәттәр кадастр инженерҙарына, күсемһеҙ милектең башҡа милекселәренә, граждандың ҡатынына (йәки иренә), ҡуртымға биреүсегә йәки алыусыға һәм башҡаларға бирелергә мөмкин. Бындай хоҡуҡҡа эйә булыусылар менән тулыраҡ 266-сы Федераль законда танышырға була. Һөҙөмтәлә Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрындағы белешмәләрҙә шәхси мәғлүмәттәрҙең юҡлығы мутлыҡ ҡылыу осраҡтарын кәметәсәк.

2023 йылдың 1 ғинуарынан күсемһеҙ милек хужалары, 2022  йылдың 14 июлендә ҡабул ителгән 304-се Федераль законға ярашлы, үҙҙәренең торлағында теркәлгәндәр тураһында бушлай мәғлүмәт алыу хоҡуғына эйә. Һүҙ теркәлгәндәргә шәхси мәғлүмәттәр биреү тураһында бара. Шул уҡ ваҡытта торлаҡта теркәлгәндәрҙең ризалығы талап ителмәй. Һөҙөмтәлә милексе күсемһеҙ милекте һатҡан осраҡта объект тураһында мәғлүмәттәрҙе белеү күпкә ябайлаша. Быға тиклем быны торлаҡта теркәлгәндәрҙең ризалығынан тыш алып булмай ине.

Быйыл 1 ғинуарҙан Рәсәй фермерҙары һәм крәҫтиән хужалыҡтары дәүләт һәм муниципаль милектәге ауыл хужалығы тәғәйенләнешле ер участкаларын ҡуртымға алыу хоҡуғына эйә. Участкалар, 2022  йылдың 14 июлендә ҡабул ителгән 316-сы Федераль законға ярашлы,  биш йылға аукционһыҙ бирелә. Өҫтәүенә, фермерҙарға Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә башҡа ер участкаларының юҡлығын раҫлау талап ителмәй. Шул уҡ ваҡытта, үрҙә әйтелгән закон талаптарына ярашлы, ерҙең маҡсатлы тәғәйенләнешен үҙгәртергә, башҡа кешеләргә йәки ҡуртымға бирергә, хужалыҡ ширҡәтенең – устав капиталы, етештереү кооперативының пай иғәнәһе  булараҡ файҙаланырға рөхсәт ителмәй.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас: