Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Ғинуар 2023, 22:15

Беларусь туроператорҙарына тәҡдимдәребеҙ байтаҡ

Радий Хәбиров Sputnik Беларусь яңылыҡтар агентлығына интервью бирҙе.

Беларусь туроператорҙарына тәҡдимдәребеҙ байтаҡ
Беларусь туроператорҙарына тәҡдимдәребеҙ байтаҡ

19 ғинуарҙа Башҡортостандың рәсми делегацияһының Беларусь Республикаһына сәфәре барышында төбәк Башлығы Радий Хәбиров Sputnik Беларусь яңылыҡтар агентлығына интервью бирҙе.

Төбәк етәксеһе былтыр Башҡортостанға Беларусь Республикаһынан 18 ҙур делегацияның килеүе тураһында һөйләне. Шулай уҡ беҙҙән Белоруссияға 10 делегация сәфәр ҡылған.

“Былтыр беҙ бында ҙур туристик компаниялар етәкселәрен алып килгәйнек. Хәҙер үҙебеҙ Белоруссия туроператорҙарын көтәбеҙ, сөнки һеҙгә тәҡдимдәребеҙ байтаҡ. Улар Башҡортостандың киң танылыу яулаған шифаханаларына, үҙенсәлекле тәбиғәтенә, тарихи объекттарына ҡағыла”, – тине Радий Хәбиров.

Былтыр декабрҙә Өфөлә үткән халыҡ-ара бизнес аҙналығына килгәндә, Башҡортостан Башлығы унда башҡа темалар менән бер рәттән күп йүнәлешле үҙәктәрҙең эшен ойоштороу тәжрибәһе менән уртаҡлашыуҙы телгә алды. Форумда Беларусь Республикаһындағы ошондай үҙәктәр идаралығы вәкилдәре лә ҡатнашты. Улар менән ҡайһы бер сараларҙы бергәләп ойошторорға ҡарар ителде.

Текст, фото сығанағы: glavarb.ru/rus/press

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: