Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Ғинуар 2023, 21:31

“Илем, телем, халҡым яҙмышына, уның киләсәгенә яуаплымын”

Алһыу Таһированың шәхси архивынан.
Фото:Алһыу Таһированың шәхси архивынан.

Бөгөн беҙҙә – бик үҙенсәлекле ҡунаҡ, “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә үткәрелгән “Әйҙәгеҙ, әсәйҙәр!”конкурсында еңеп сыҡҡан Алһыу Таһирова. Ике аҙнаға яҡын барған бәйгенең тәүге көндәренән үк ул алдынғы урындарҙың береһендә ине һәм сараның һуңғы көнөнә тиклем һынатманы. Һөҙөмтәлә Алһыу Таһирова еңеүсе тип танылды. Уның менән бөгөнгө әңгәмәбеҙ тормоштағы иң ҙур ҡиммәттәрҙең береһе – әсәйлек, ғаилә һәм башҡалар тураһында.

 

– Алһыу, гәзит уҡыусыларҙы башта үҙең менән таныштырып үтһәң ине.

– Сығышым менән – Әбйәлил районының Әбделғәзе ауылынанмын (халыҡта был ауылды Әҡем­бәт тип тә йөрөтәләр). Күрше Амангилделә урынлашҡан урта мәктәпкә тиҫтерҙәрем менән йыш ҡына йәйәү йөрөр инек. Әле генә ул уҡыусыларҙы белем усағына, нигеҙҙә, автобуста алып баралар, үткән быуаттың 80-се – 90-сы йылдарында күрше ауылдарҙан килеп уҡыған балалар, транспорт сараһы булмағанда, барып етеү йүнен үҙҙәре күрә ине. Шуға физик йәһәттән сынығып үҫтек.

 

– Тап шуға ла һиңә белем эстәү, маҡсатыңа өлгәшеү, тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, алға атлау хастыр?

– Эйе, өҫтәүенә, ғәзиз кеше­ләрем – әсәйем менән атайымдың уй-теләктәребеҙҙе дәртләндереп тороуы даими ғилем алырға этәрҙе. Ғөмүмән, тиҫтерҙәрем белем алырға, тормошта үҙ урынын табырға ынтылды һәм юғалып ҡалманы. Әле лә улар менән аралашыуҙы өҙмәйем.

 

– Яуаплы, еңел булмаған уҡы­тыусы һөнәрен һайлағанһың.

– Мин – ябай ауыл уҡытыусы­һымын. Тимәк, үҙем өсөн генә түгел, ә илем, телем, ауылым, хал­ҡым яҙмышына, уның киләсәгенә яуаплымын. Был һөнәрҙе һайларға атайым кәңәш итте. “Һин, ҡыҙым, мотлаҡ уҡытыусы булырға тейеш­һең!” – тине. Һәм бөгөн дә ошо юлдан китеүемә һис үкенмәйем, ошо кәңәше өсөн атайыма рәхмәтем сикһеҙ. Йылдар үтеп, күберәк тәжрибә туплаған һайын, уҡытыусы һөнәренең ҡөҙрәтле көсөнә инанам.

Уҡыусыларымдың һөйөүен тойоу ҙа мине ҡанатландыра. Изге күңелле, ышаныслы шәхестәр тәрбиәләп, тормошобоҙҙо тағы ла йәнләндереү теләге менән, һәр атҡан таңға ҡыуанып, һәр көн ҡояштай балҡып, яратҡан эшемә, уҡыусыларым янына ашығам.

 

– Килен булып төшкән ауылдан күршелә ятҡан мәктәпкә йөрөп уҡытҡанһың түгелме әле?

– Ысынлап та, шулай булды шул. Кейәүгә сыҡҡас, ике йыл әле йәшәгән Ташбулат ауылынан дүрт-биш саҡрым алыҫлыҡтағы Бикҡол мәктәбенә йәйәү йөрөп уҡытырға тура килде. Был ваҡытта бала саҡта алған сынығыу ярҙам итмәй ҡалманы, тиҙ генә йыйынып, өйҙәге эштәрҙе тамамлап, мал-тыуарҙы ҡарап, белем усағына йүгерә инем.

 

– Тормошто яратҡан, ихлас, тәүәккәл ҡатынһың да, эшеңдән генә түгел, тормошта ла бәхетлеһең, сөнки бына тигән ғаиләң бар.

– Яҙмыш алдыма ниндәй генә һынауҙар ҡуймаһын, уларҙың барыһын да ныҡлы терәгем һәм таянысым булған ғаиләм менән бергәләп еңеп сығабыҙ, тип ныҡлы әйтә алам. Ирем Рөстәм менән ике ҡыҙ һәм бер ул үҫтерәбеҙ.

Минең өсөн тормош мәғәнәһе – ул татыулыҡта йәшәү, балалар тәрбиәләү, Хоҙай бүләк иткән ғүме­реңә, булмышыңа һәм йәшәйешеңә ҡыуаныу һәм яныңда яратҡан кешеләреңдең барлығы. Балаларым, ирем – минең бер өлөшөм, йәшәүем мәғәнәһе, шуға уларҙа тор­мошомдоң йәмен, мәғәнәһен күрәм. Һәм миңә артығы кәрәкмәй ҙә.

– Ғаиләң тураһында ентек­ләберәк һөйләһәң ине.

– Тормош иптәшем Рөстәм менән 25 йыл ғүмер итәбеҙ. Әлеге ваҡытта ул Себер тарафтарында водитель булып эшләй. Өлкән ҡыҙыбыҙ, Регинабыҙ, юғары уҡыу йортон тамамлап, Рифат кейәүебеҙ менән матур итеп донъя көтә. Үҙҙәре һайлаған һөнәрҙәре буйынса эшләп йөрөйҙәр. Ә икенсе ҡыҙыбыҙ, Юлиәбеҙ, балалар табибы һөнәрен һайланы. Әле Башҡорт дәүләт медицина университетында II курста белем ала. Иң бәләкәй улыбыҙ Рауил 5-се класта уҡып йөрөй. Беҙҙең ҙур ярҙамсыбыҙ, таянысыбыҙ!

Һәр ата-әсә үҙенең балаһын аҡыллы, белемле итеп күрергә тырыша. Беҙ ҙә шул маҡсатта балаларыбыҙҙы уҡытырға тырышабыҙ, улар тип йәшәйбеҙ. Мин, әсәй булараҡ, уларға кәңәш биреүсе лә, яҡын дуҫ та, ярҙам итеүсе лә, шулай уҡ ҡурсалаусы ла. Ғөмүмән, “әсәй” тип өндәшер кешем, үҙемә “әсәй” тип әйтер ҡыҙҙарым һәм улым булыуы менән сикһеҙ бәхетлемен. Ошонан да ҙурыраҡ бәхет бармы икән!

 

– Алһыу, балаларға белем биреү менән бер рәттән, китапханасы ла булып эшләйһең түгелме?

– Был һөнәргә һөйөү ҙә ана шул бала саҡтан. Бәләкәйҙән төрлө әҙәби, фәнни әҫәрҙәр, гәзит-журналдар уҡырға яраттым. Был теләгемде ҡеүәтләп, ата-әсәйем дә төрлө матбуғат баҫмаларын өйгә яҙҙырҙы, төрлө-төрлө китаптар һатып алды.

Китапханасы эше лә яуаплы, сөнки халыҡ менән эшләйбеҙ. Шулай уҡ үҙенә күрә педагог та, психолог та, телсе лә, әҙәбиәтсе лә. Балаларҙа китапҡа һөйөү һәм ихтирам уятыу өҫтөндә лә даими эш алып барабыҙ, төрлө алымдар ҡулланабыҙ.

Китап – үҙенә күрә бер оло хазина. Уның менән дуҫ булырға саҡырам. Белем эстәү өсөн генә түгел, рухи йәһәттән үҫеш өсөн дә китап менән дуҫ булырға кәрәк.

 

– Ошо ике эш менән бер рәт­тән, төрлө түңәрәктәр ҙә алып барырға өлгөрәһең бит әле!

– “Оҫта ҡулдар”, “Театр” түңәрәктәрен алып барыу иһә күңел талабы. Был да бала саҡтан килгән уй-хыялдарымдың береһе. Хәҙер уны бик ихлас тормошҡа ашырам.

Бынан тыш, ишле ғаиләгә ҡуш булһын тип, эштән һуң өс йыл һалма әҙерләп һатыу менән дә шөғөлләндем. Хәҙер ҡыҙҙарым да минең кеүек һалма ҡырҡырға, үҙ ҡулдары менән ҡамыр аҙыҡтары бешерергә ярата.

 

– Ирең Себер тарафтарында эшләгәс, мәктәптә лә, өйҙә лә йөктө бер үк тартыуы еңел түгелдер, моғайын?

– Эйе, ирем Рөстәм ҡырҙа эшләгәс, һигеҙ йыл инде донъяны, нигеҙҙә, үҙемә көтөргә – мал-тыуар ҡарау, баҡса үҫтереү, ауылдағы башҡа тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек эштәрҙе үҙемә атҡарырға тура килә. Әммә тап ошо ғаиләм булыуы менән бәхетлемен. Ул – тормош нигеҙе. Ғаиләм – минең терәгем, таянысым, киләсәгемдең ышаныслы нигеҙе. Һәр кешенең ҡайтып һыйынырлыҡ усағы, тынысланып ял итер урыны булырға тейеш. Ата-әсә иһә ғаиләнең тотҡаһы, ә балалар иһә көҙгөһө.

Минең өсөн әсәй – ул йорт йәме, ҡото, тотҡаһы. Ул тәмле аштары, кә­ңәштәре, изге доғалары менән балаларын, яҡындарын яҡлап, һаҡлап тороусы. Әсәй кеше ғаилә­һенә иғтибарлы, ғәҙел, тик яҡшы юлды күрһәтеүсе булырға тейештер, тип уйлайым. Әсә кешенең йомшаҡ ҡулдарын, мөләйем ҡарашын, ауыр минуттарҙа ныҡлы терәк-таянысҡа әйләнер яғымлы һүҙҙәрен бер нимә менән дә сағыштырып булмайҙыр. Әсә йөрәге – иң һиҙгере, тиҙәр. Унда балаға булған һөйөү хисе бер ҡасан да һүнмәй.

“Башҡортостан” гәзитенең “Бәй­ләнештә” төркөмөндә үткәрелгән һәм республиканың төрлө район-ҡалаларынан үҙ көсөн һынаған әсәйҙәр араһындағы бәйгегә кил­гәндә, унда бик ихлас ҡатнаштым, үҙемә бай тәжрибә алдым, хатта ниндәйҙер кимәлдә көс-ҡөҙрәт туп­ланым. Был ваҡыт тормошомдоң бер матур өлөшө булараҡ хәтер “янсығым”да һаҡланасаҡ. Ошондай саралар беҙгә, гәзит уҡыусыларға, “Башҡортостан”дың “Бәйләнештә” төркөмөндәгеләргә, бик кәрәк. Шулай итеп, төрлө бәйге-конкурстар үткәрелеп торһон һәм еңеүселәр асыҡланһын.

 

– Изге теләктәрең өсөн рәхмәт, Алһыу! Һиңә лә бары яҡшылыҡтар ғына юлдаш булһын!

- Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас: