Йәмғиәт
20 Ғинуар 2023, 16:04

Кемдәрҙең хоҡуғы бар?

mygazeta.commygazeta.com
Фото:mygazeta.com

 “Республикала “Һөт кухняһы” уңышлы ғына эшләй. Махсус аҙыҡ-түлек менән кемдәр тәьмин ителә? Кемдәрҙең быға хоҡуғы бар?

 

З. ИЛЬЯСОВА.

 

Архангел районы”.

 

– Дүртенсе йыл Башҡортос­танда өс йәшкә тиклемге бала­ларҙы, йөклө һәм бала имеҙгән ҡатындарҙы махсус аҙыҡ-түлек менән бушлай тәьмин итеү буйынса программа тормошҡа ашырыла. Әйткәндәй, йыл һайын “Һөт кухняһы”нан файҙаланыу­сылар һаны күбәйә, етештереү күләме арта һәм аҙыҡ-түлек төрҙәре киңәйә.

 – Былтыр ошо маҡсатта дүрт миллион тоннаға яҡын һөт эш­кәртелде. Һөҙөмтәлә бәләкәстәр өсөн 15 миллион порция һөт, йогурт һәм эремсек әҙерләнде. Башҡортостандағы 33 мең кеше бушлай туҡланды, – тип хәбәр итте республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.

Йыл һайын “Һөт кухняһы” план күрһәткестәрен арттыра. Быйыл льготаға эйә булған категорияға махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан граждан­дарҙың ғаилә ағзалары ла ҡушылды. Бөгөн ошондай 430 кеше бушлай туҡланыу хоҡуғына эйә.

– Файҙаланыусылар һаны артһа ла, граждандарҙан килгән документтарҙы эшкәртеү ва­ҡытын ҡыҫҡартырға тырыштыҡ. Йыл аҙағына элекке ҡарау срогы ике тапҡырға кәмене. Хәҙер аҙыҡ-түлекте тиҙерәк алалар, – тине Алексей Гусев.

Әйткәндәй, былтырҙан аҙыҡ-түлек төрҙәре лә киңәйҙе. Мәҫә­лән, бийод менән байытылған йогурт. Ул “Роспотребнадзор” ҡушыуы буйынса йод дефициты менән көрәшеү өсөн эшләнгән.

Шул уҡ ваҡытта һөт аҙыҡ-түлектәрен “Алға” картаһы буйынса шәхси QR-код менән алырға мөмкин. “Алға” карта­һының мәғлүмәттәрен шәхси кабинетҡа теркәтеү өсөн һөт-аҙыҡ түлектәрен таратыу пунктындағы һатыусыға карта артында күрһәтелгән һандарҙы әйтергә кәрәк. Был “бәйләү” бушлай буласаҡ.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас