Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Ғинуар 2023, 22:45

“Мәңгелек ут” мемориалына сәскәләр һалынды

Белорусь Республикаһына рәсми сәфәр дауам итә.

“Мәңгелек ут” мемориалына сәскәләр һалынды
“Мәңгелек ут” мемориалына сәскәләр һалынды

20 ғинуарҙа Белоруссияның Гомель ҡалаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Гомель өлкәһе башҡарма комитеты рәйесе Иван Крупко һәм төбәктең рәсми делегацияһы вәкилдәре менән “Мәңгелек ут” мемориаль комплексында булды.

Республика Башлығы һәйкәлгә сәскәләр һалды, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙы хөрмәтләп иҫкә алды.

“Мәңгелек ут” мемориалы 1950 йылда Гомелде азат итеү өсөн ғүмерен биргән совет яугирҙәренең һәм дошманға ҡаршы йәшерен сәйәси эшмәкәрлек алып барғандарҙың туғандар ҡәберлеге урынлашҡан Хеҙмәт майҙанында ҡуйыла. Улар араһында – Советтар Союзы Геройы, генерал-майор Иван Антошкин. Ҡаланы немец-фашист илбаҫарҙарынан 1943 йылдың 26 ноябрендә азат итәләр.

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/161200.html

“Мәңгелек ут” мемориалына сәскәләр һалынды
“Мәңгелек ут” мемориалына сәскәләр һалынды
“Мәңгелек ут” мемориалына сәскәләр һалынды
“Мәңгелек ут” мемориалына сәскәләр һалынды
“Мәңгелек ут” мемориалына сәскәләр һалынды
“Мәңгелек ут” мемориалына сәскәләр һалынды
Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас: