Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Ғинуар 2023, 21:05

Мөмкинлектәрҙе файҙаланығыҙ!

“Электрон хеҙмәтте файҙаланыуҙы ҡулайлы тапмайым. Бер уйлаһаң, заман мөмкинлектәрен дә файҙаланырға кәрәк тә кеүек...

Зәйнәп”.

 

– Башҡортостан Берҙәм дәүләт хеҙмәттәре порталында социаль әһәмиәтле дәүләт хеҙмәттәрен электрон төргә күсереү буйынса илдәге тәүге ун төбәк иҫәбенә инде.

Был хаҡта Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры, федераль һәм төбәк кимәлендә һанлы трансформациялау мәсьәләләре өсөн яуап биргән Дмитрий Чернышенко 2022 йылға һығымталар яһағанда хәбәр итте.

– Социаль әһәмиәтле хеҙмәттәрҙе электрон төргә күсереү буйынса эш республикала 2019 йылдан алып барыла. Бындай хеҙмәттәр исемлеге кәмендә 160 күрһәткесте үҙ эсенә ала. 2022 йыл аҙағына тиклем бар­лыҡ сараларҙы тамамлау маҡсатын ҡуйғайныҡ, уны тормошҡа ашырҙыҡ, – тип хәбәр итте республиканың дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.

Рәсәйҙә ҡабул ителгән положе­ниеларға ярашлы, күпләп файҙала­ныл­ған социаль әһәмиәтле хеҙмәт­тәр тип йылына федераль хеҙмәттәр өсөн – 100 меңдән ашыу, төбәк һәм муниципаль хеҙмәттәр өсөн 40 меңдән ашыу ғариза килгән хеҙмәт­тәр атала. Мәҫәлән, бала тыуыуын теркәү, пенсия тәғәйенләү, паспорт биреү, түңәрәктәргә яҙылыу, балалар өсөн түләүҙәр тәғәйенләү һәм башҡалар.

Халыҡ өсөн әһәмиәтле булған хеҙ­мәттәрҙе берҙәм “Дәүләт хеҙмәт­тәре” порталы платформаһына күсе­реү барыһын да онлайн форматта атҡарыу мөмкинлеге бирә.

Әйткәндәй, Башҡортостанда “Дәү­л­әт хеҙмәттәре”ндә өс миллионға яҡын кеше теркәлгән. Иң күп теркә­леү­селәр Стәрлебаш районында – 86 процент, Шаранда – 82, Бөрйәндә – 76, Баймаҡта – 75 һәм Асҡында – 72 процент.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас: