Йәмғиәт
20 Ғинуар 2023, 16:00

Ҡояш инәй

Уның исеме есеменә тап килә.

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Йылдан-йыл Бөйөк Ватан һуғышында еңеү яулауға үҙ өлөшөн индергән ветерандарыбыҙ һаны аҙая. Йәш быуынға уларҙың ауыр яҙмышы, тарихы  тураһында еткереү – беҙҙең изге  бурыс. Мәләүез районының Арыҫлан ауылында йәшәп, һуңғы йылдарҙа Первомайский ауылында ҡыҙы янында ғүмер кисергән 94 йәшлек Сәмсикамал Бураҡанова менән осрашып әңгәмәләшеү мөмкинлеге тыуғас, шатланып риза булдыҡ.

 

Белемле белеменә таяна

 

Йомағужа районына ҡараған бәләкәй генә Килтәй ауылында (хәҙер ул ауыл юҡҡа сыҡҡан – автор.) Ғәйникамал менән Әхмәтғәзиз Итәшевтәр ғаиләһендә ҡышҡы селләлә иң төпсөк бала булып донъяға килә Сәмсикамал. Көтөп алған ҡыҙҙары зирәк, уҡырға маһир була, Һарыш ауылындағы мәктәптә башланғыс белем ала, бишенсе класты Йомағужала тамамлай.

Ҡәһәрле һуғыш башланғас, атай­ҙары хеҙмәт армияһына алына. Өс улының һәләк булыуы тураһындағы хәсрәтле ҡара ҡағыҙ әсәһен аяҡтан йыға. Бар ауырлыҡ үҫмер ҡыҙҙың иңенә төшә, Иҙел аша йөрөп, һалҡын өйҙө йылытырға утын ташый. Бәләкәй генә ҡулдары менән балта тотоп тирәктәрҙе тумыра ла, ағас санаға һалып, берләм юлдан өйгә һөйрәй. “Өс йыл буйы Ырғыҙлыла ятып урман киҫтек, һал менән ағыҙып төшөрҙөк. Эй, балам, беҙ күргәнде һөйләй башлаһаң...” – тип һуҙҙы инәй, йәш ваҡытын иҫкә төшөрөп.

Сәмсикамал һыйыр ҙа һауа, иртә бы­ҙаулағандарын егеп, сәсеү осорон­да колхоз ерен эшкәртеүҙә лә ҡатна­ша. Еңеүгә ышаныс ҡот осҡос ауыр­лыҡтарҙы еңергә көс бирә. Уларҙың бәхетенә һуғыштан атайҙары иҫән ҡайта, уны колхоз рәйесе урынба­ҫары итеп тәғәйенләйҙәр. Үҫмер ҡыҙ ҙа дөйөм эшкә егелә, яландан килгән игенде ҡабул итә, һуңғараҡ ырҙын мөдире итеп ҡуйыла.  Хужалыҡтың матди тауарына яуаплылыҡ көслө, дөрөҫ иҫәп-хисап алып барырға кәрәк: итен дә, игенен дә, балын да дөрөҫ итеп үлсәп ҡабул итеү бурысы йөкмәтелә. Атаһының ризалығы менән Мораҡтағы механизациялау мәктәбенә комбайнсылар курсына уҡырға инә. Өс төркөмдәге 90 кеше араһында ҡыҙҙарҙың  күп булыуы ул саҡта ғәҙәти күренеш һанала.

 

Һалдат мөхәббәте

 

Белем алған курсанттар араһында фронтовик Фәрит Бураҡанов та була. Ситтән генә күҙ атып йөрөгән егет зәңгәр күҙле ҡыҙҙы онота алмай. Сәмсикамалды ул саҡта өйҙә тотоу ҡыйын, штурвал артында көҙгө уңышты йыйыуҙа Тубыл, Әлмәкәй ауылы яғындағы яланда эшләй. Ғаилә ҡорорға ниәт иткән егет тиҙ арала өй күтәрә. Өйләнешкән мәлдәрен һағынып иҫләй инәй. “Осрашһаҡ та, эргәнән  өндәшмәй генә үтеп йөрөгән Фәрит, беҙҙең ауылға яҡын туғаны һаналған инәй менән бабайға килеп, уларҙы мине һоратырға ебәрә. Урам аша ҡыя ғына торған йорттан ҡоҙалар һигеҙ көн дауамында  иртән дә, кис тә яусылап килде. Тик атай-әсәй ҙә, мин дә риза түгел. Кашауай санаға ат егеп, атайымды Һарышҡа илттем дә, Нәзирә апайымдың хәлен белергә тип Әбет ауылына барып, кисен урап ҡайтып, ишекте асыу менән аш еҫе танауға бәрелде. Әсәйем мине күреү менән илап ебәрҙе”, – тип иҫләй йәшлек осорон инәй. Баҡтиһәң, ҡыҙҙың күңелен еңел генә яулап ала алмаҫын белгән егет хәлде фронтовиктарса ҡыйыу хәл итә: ҡыҙҙың атаһы менән асыҡтан-асыҡ һөйләшә, ризалыҡ бирмәһәләр, боронғо йола буйынса урлап алып ҡайтыу тура­һында киҫәтә. Шулай итеп, был кисте никах уҡыла.

 

Бала ҡайғыһы – йөрәктә...

 

Йәш ғаилә Арыҫлан ауылында ғүмер итә. Ирҙән бәхете була Сәмсикамал инәйҙең. Аллаһы Тәғә­ләнең “бер егәрлегә – бер егәрле” тигән ваҡытында яралғанмылыр был ғаилә: икеһе лә йүгереп йөрөп донъя көтә. Эштәре дәүләт тарафынан юғары баһалана. “Тирә-яҡта дан­лыҡлы балта оҫтаһы булды бабайым”, – тип иҫләй тормош иптәшен. Арыҫлан ауылында ул күтәргән йорттар әле лә гөрләп ултыра, күгәнләп ҡуйған ике ҡатлы тәҙрәләре лә шап-шаҡтай. Инәй үҙе лә еҙнәһе бүләк иткән теген машинаһында кейем тегеп, күптәрҙе ҡыуандыра.

Алты балаға ғүмер бирә Бура­ҡановтар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Фәних, Риф, Рәмил, Заһир улдары иртә баҡыйлыҡҡа күскән. “Бала ҡайғыһы – йөрәктә, тип бушҡа әйтмәйҙәр шул. Төндәрен уянып, түгелеп илап, хәсрәткә бирелеп китәм. Донъялағы барған ваҡиғаға бәйле, алма кеүек улдарын юғалтҡан ата-әсәйҙәргә сабырлыҡ теләйем”, – ти күҙе донъя яҡтыһын күреүҙән яҙһа ла, зиһенен юғалтмаған инәй. Ҡартайған көнөндә Фәриҙә ҡыҙы үҙенә йәшәргә алған әсәһен. Себергә вахта ысулы менән йөрөп эшләгән Илдары ла әсәһенең хәлен белеп тора.

Донъя яҡтылығын күреүҙән яҙған аҡ ҡына йөҙлө, ыҡсым кәүҙәле инәйҙең йөрәге менән тойоу һәләте бар, “Ни булырын Аллаһы Тәғәлә аңғартып тора”, – ти үҙе.

Ҡыҫҡа ғына арауыҡта күңеленән яҡтылыҡ һибелгән ветеран менән аралашып танһығым ҡанманы. Сәмсикамал инәйҙең исеме есеменә тап килә – ғәрәпсәнән тәржемә иткәндә “ҡояш” тигәнде аңлата. Яҙмыш ағасының әсе емешен күп татыһа ла, күңеле асыҡ инәй изге теләктәрен теләп оҙатып ҡалды. Йөҙ йәшен дә ҡаршыларға насип итһен уға.

-  Әҡлимә ИМАМОВА
Мәләүез районы

Читайте нас