20 ғинуарҙа Башҡортостан Хөкүмәте рәсми делегацияһының Беларусь Республикаһына сәфәре барышында Радий Хәбиров Могилев өлкәһендә урынлашҡан “Белоруснефть” компанияһының юл яны сервисы комплексында булды. Ул автозаправка станцияһын, кафены һәм магазинды үҙ эсенә ала.
Беларусь юлдарында бөтәһе 575 заманса “Белоруснефть” автозаправкалау комплексы эшләй. Уларҙың күпселеге төрлө хеҙмәттәр күрһәтә. Ҡайһы бер яғыулыҡ ҡойоу станцияларында электрозарядлы станциялар, автомобилдәрҙе йыуыу, техник хеҙмәтләндереү пункттары, ҡунаҡханалар, балалар мөйөштәре бар.
Бынан тыш, компания структураһына үҫемлекселек, малсылыҡ үҫешкән шәхси агрохужалыҡ инә. Уның продукцияһын юл буйындағы сауҙа нөктәләренә һәм дөйөм туҡланыу учреждениеларына ебәрәләр.
Компания вәкилдәре сервис комплекстары эшенә һанлы технологияларҙы әүҙем индереүҙәре, шулай уҡ туристик хеҙмәттәрҙе үҫтереүҙәре хаҡында һөйләне. Атап әйткәндә, ҡайһы бер яғыулыҡ ҡойоу станцияларында автотуристар өсөн майҙансыҡтар булдырылған, Беларустың иҫтәлекле урындары һәм рекреацион маршруттары тураһында мәғлүмәт урынлаштырылған.
Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/161189.html