21 ғинуарҙа, Белоруссияға сәфәре барышында, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Гомель өлкәһендә Бөйөк Ватан һуғышы ҡорбандары булған балаларға ҡуйылған мемориаль комплекста булды. Гомель өлкә башҡарма комитеты рәйесе Иван Крупко һәм республикабыҙҙың рәсми делегацияһы вәкилдәре менән бергә мемориалға сәскә һалды, һәләк булғандарҙы хөрмәтләп иҫкә алды.
Архитектура комплексы Ҡыҙыл Яр ауылында 2007 йылда асыла. Был республика әһәмиәтендәге һәйкәл, проект авторҙары - Белоруссияның атҡаҙанған архитекторы Леонид Левин етәкселегендәге ижади коллектив. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ҡыҙыл Яр ауылында иң ҙур балалар концлагерҙарының береһе урынлашҡан була, унда 8–14 йәшлек балалар тотола.
Монументаль композицияның үҙәге — "Ҡояш майҙаны", унан нурҙар рәүешендәге аллеялар айырыла.
Аллеяларҙың береһе - ҡара төҫтәге "Хәтер нуры" - мемориалға төп инеү урыны булып тора һәм 21 ап-аҡ мәктәп партаһы, уҡытыусы өҫтәле һәм класс таҡтаһынан торған "Үле класс" аша үтә. Класҡа ингән урын алдында яп-ябыҡ үҫмер ҡыҙҙың бронза һыны тора. Ҡара таҡтала - 15 йәшлек Катя Сусанинаның атаһына яҙған хат-васыятнамәһенән торған текст.
Таҡтаның артҡы яғында Белоруссия картаһы урынлашҡан, унда балалар тотолған тағы ла 16 концлагерь күрһәтелгән. Мәктәп таҡтаһы артында – "Ҡояш майҙаны". Унда балаларҙың тормошҡа ашмаҫ хыялдарын кәүҙәләндергән аҡ елкәндәр ҡуйылған. Елкәнле кәмә артында 24 аҡ стела урынлашҡан, уларға витраж рәүешендә балалар һүрәттәре уйып ҡуйылған. Һүрәттәрҙе һуғыштан һуң балалар эшләгән.
"Белоруссияла Бөйөк Ватан һуғышындағы ҡот осҡос ҡорбандар менән бәйле һәйкәлдәр, объекттар бик күп. Ҡыҙыл Яр ауылында балалар өсөн концлагерь булған. Былар тураһында хәтергә төшөрөргә һәм уйланырға кәрәк", – тине Радий Хәбиров.
Сығанаҡ: glavarb.ru