Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Ғинуар 2023, 10:30

Был машинаның хужаһын таба алмайҙармы?

Эш барышында төрлө ҡаршылыҡтар осрап ҡына тора.

Был машинаның хужаһын таба алмайҙармы?
Был машинаның хужаһын таба алмайҙармы?

5 ғинуарға хәтлем ҡар күп итеп яуҙы ла, шунан бирле яуым-төшөм булғаны юҡ. Юл торошона яуап биргән республикабыҙҙың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы хеҙмәткәрҙәре, урам һепереүселәр ошо һил ваҡытта бөтә ерҙә лә тәртип урынлаштырып ҡалырға ашыҡты.

Өфө ҡалаһы тулыһынса тиерлек ҡарҙан көрәлде, баш ҡалабыҙ ялтырап ята. Шул уҡ ваҡытта эш барышында төрлө ҡаршылыҡтар осрап ҡына тора. Мәҫәлән, юл буйҙарына, ихаталарға, шулай уҡ бүтән ергә автомобилдәрен ҡалдырып киткән водителдәрҙе нисек аңларға? Беренсенән, ошо “тимер ат”тар эш барышында ныҡ ҡамасаулай. Икенсенән, машина хужаларының эстәрендә йәне юҡтыр – ярты метр ҡалынлығындағы ҡар автомобилде баҫып ултыра.

Автор фотоһы.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: