Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Ғинуар 2023, 14:00

Хәйбулла яугирҙәренә күршеләренән - 47 мең һум

Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов нимә тип хәбәр итте?

Хәйбулла яугирҙәренә күршеләренән - 47 мең һум
Хәйбулла яугирҙәренә күршеләренән - 47 мең һум

Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы төркөмөндә хәбәр ителеүенсә, район мәҙәниәт йортонда Ырымбур өлкәһе артистарының яугирҙәргә ярҙамға йүнәлтелгән "Беҙ берҙәм. Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!" тип аталған хәйриә концерты булған.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн Ырымбур өлкәһенең Орск, Ҡыуандыҡ ҡалаларынан билдәле башҡорт, ҡаҙаҡ, казак, татар коллективтары сығыш яһаған. Шығырым тулы зал илһөйәрлек менән һуғарылған бөтә сығыштарҙы ла көслө алҡыштар менән ҡабул иткән. Билеттарҙан 47 000 мең һум күләмендә йыйылған аҡсаны артистар Хәйбулла егеттәренә гуманитар ярҙам өсөн тапшырған. 

Был сара хаҡында Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә лә яҙҙы.

"Күрше Ырымбур өлкәһе халҡы менән беҙҙе айырылғыһыҙ дуҫлыҡ ептәре бәйләй. Шуға ла районда хәйриә концертын ойоштороу тәҡдимен шатланып хупланыҡ. Башҡорт, татар, казак, рус һәм ҡаҙаҡ коллективтары артистарын тамашасылар аяғүрә баҫып алҡышланы. Концерт сағыу булды. Һатылған билеттарҙан килгән аҡсаны артистар әле махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан беҙҙең егеттәргә тапшырҙы. Хәйбуллалар исеменән ҡунаҡтарыбыҙға ҙур рәхмәт белдерәм. Күршеләрсә матур мөнәсәбәттәребеҙ һәм хеҙмәттәшлегебеҙ киләсәктә лә дауам итһен. Һеҙгә уңыштар теләйем!" - тигән Рөстәм Динислам улы.

Фото: Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы.

Хәйбулла яугирҙәренә күршеләренән - 47 мең һум
Хәйбулла яугирҙәренә күршеләренән - 47 мең һум
Хәйбулла яугирҙәренә күршеләренән - 47 мең һум
Хәйбулла яугирҙәренә күршеләренән - 47 мең һум
Хәйбулла яугирҙәренә күршеләренән - 47 мең һум
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: