Әле махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәребеҙгә ярҙам итмәгән ауыл, ҡала һәм район юҡтыр. Баймаҡтың Иҫке Сибай ауылы халҡы ла был эштән ситтә ҡалмаған: улар мәҙәниәт йортона йыйылып, хәрби хәрәкәт ваҡытында кәрәкле маскировка селтәрҙәре үреүҙе ойошторған.
"Һәр кемебеҙ өйөнән йәшел-һоро төҫтәге туҡымалар, камуфляждар, етен ептәре алып килде. Кемдең ваҡыты бар, килеп ярҙамлашып та китә. Шулай уҡ 25 ғинуарҙан һуң гуманитар ярҙам ебәрергә ниәтләйбеҙ. Әле аҡса, кәрәк-яраҡ йыя башланыҡ", - ти Иҫке Сибай халҡы.
Бындай селтәрҙе үреү еңелдән түгел, ул мәшәҡәтле, ваҡытты ла күп ала. Ауылдың оло йәштәгеләре генә түгел, тотош ғаиләләре менән килеп ярҙам иткәндәр күп. Илдәге ауырлыҡты дөйөм көс менән күтәргәндә генә еңеп сығыу мөмкин икәнлеген яҡшы аңлай иҫке сибайҙар.
Быйыл улар Баймаҡ районы данын "Айыҡ ауыл" республика конкурсында яҡлай. Уңыштар теләйбеҙ!
Фото: Иҫке Сибай мәҙәниәт йорто төркөмө.